Әрме сафына яҙғы саҡырылыш бара. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариаттан бер төркөм егеттәр хәрби хеҙмәткә юлланды. Тәбрикләү һүҙҙәре менән хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға Баймаҡ районы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айнур Кәримов, Баймаҡ ҡалаһының, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, уларҙың туғандары һәм дуҫтары мөрәжәғәт итте. Улар йәштәргә лайыҡлы, намыҫ менән хеҙмәт итеүҙәрен һәм һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. "Ҡәҙерле егеттәр! Бөгөн һеҙгә, быуаттар буйы Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ата-бабаларыбыҙҙың васыятын үтәп, ил һағына баҫырға сират етте. Был бик яуаплы эште һеҙгә ышанып тапшырабыҙ, сөнки башҡорт егеттәре һәр ваҡыт хеҙмәткә етди ҡараш, ныҡлы рух, ҡыйыулыҡ өлгөһө булып торҙо. Һеҙ ҙә ошо халҡыбыҙҙың данлыҡлы хәрби йолаларын дауам итерһегеҙ, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың өлгөһөндә яҡшы хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанабыҙ", - тип яҙған район башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. "Һалдат һурпаһы"н ауыҙ итергә юлланған егеттәргә Ватан алдындағы бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә, егеттәр! Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.