Яңыраҡ Рәсәйҙә иҫтәлекле көн – Донорҙар көнө билдәләнде. Ермолаевка ауылында йәшәгән Рафиҡ Ғәббәсов тыуған көн уңайынан алынған ҡотлауҙарҙан һуң йәнә яҡындары, дуҫтары һәм таныштарының иғтибар үҙәгендә булды, әллә күпме рәхмәт һүҙҙәрен ишетте. “Донорҙың өлкән ҡыҙы ла атаһының өлгөһөнә эйәреп, бына биш йыл инде ҡан тапшыра”, - тип яҙа ”Көйөргәҙе” гәзите. – Мин Тажикстандың көньяғында һауа киңлектәрен обороналау ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, 1978 йыл ине, –тип хәтерләй Рафиҡ Ғәббәсов. – Частағы һалдаттарҙың береһенә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәс, егеттең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн беренсе тапҡыр ҡан бирҙем. Хеҙмәт осоронда тағы ла һалдаттарҙың береһенә ярҙам итергә тура килде. Ошо хәлдәрҙән һуң донор булыуҙың ниндәй кәрәкле эш икәнен яҡшы аңланым һәм тыуған яҡҡа ҡайтып, “Искра” заводына урынлашҡас, даими рәүештә ҡан бирә башланым. 2003 йылда “Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен бирҙеләр. Иң мөһиме шул, тапшырған ҡаныңдың кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуы йәки сәләмәтлеген тергеҙеүгә булышыуы күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙыра. Мәҫәлән, бер нисә дуҫымдың һәм танышымдың ҡан тамырҙарында минең дә ҡаным аға. Фото: шәхси архивтан.