Рәлиф КИНЙӘБАЕВБЕР СЫНАЯҠ СӘЙХикәйә Рәшиҙә менән Фәриҙә – әхирәттәр. Ауылдан бергә килделәр, бер бүлмәлә йәшәп, бер факультетта уҡып, бер фирмаға эшкә ҡалдылар. Рәшиҙә генераль директорҙың ярҙамсыһы булһа, әхирәте офистағы тәртипте күҙәтеп, хужалыҡ эштәре өсөн яуап биреп йөрөй. Бер көн инде лә Рәшиҙәне ҡосаҡлап алды. – Һине туйға саҡырабыҙ, кейәүгә сығам, – тине.Рәшиҙәне был хәбәр шаҡ ҡатырҙы. “Ҡара һин уны, комендант тиһәң, комендант түгел, завхоз тиһәң, завхоз түгел. Иҙән йыуҙыртып, тәҙрә таҙарттырып йөрөй ине, кейәүгә лә сығырға өлгөргән. Ә бында иң ҙур хужаның ярҙамсыһы булып йөрөгән Рәшиҙәнең етәкләп йөрөрлөк егете лә юҡ”. – Нисек улай бик тиҙ? – тип аптыранды ул, көнләшеүен саҡ-саҡ йәшереп.– Һинең арҡала, әхирәткәйем, – тине Фәриҙә. – Һин таныштырҙың бит.– Нисек мин таныштырҙым, – тине Рәшиҙә. – Мин һине берәү менән дә таныштырғаным юҡ.– Һуң, үткәнендә бер шофер килгәйне. Һин уға һыу эсереп ебәрҙең. Аҙаҡ миңә сәй эсерергә ҡуштың. Ҡасан булды икән был хәл? Рәшиҙә күпме генә иҫенә