Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған II Бөтә Рәсәй сәнәғәт туризмы буйынса акселератор еңеүсеһе тип танылды. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне. Республика “ПРОМдвижение” номинацияһында сәнәғәт туризмын алға этәреү стратегияһы буйынса иң яҡшы төбәк булып сыҡҡан. Барлығы конкурста 39 төбәктән 258 предприятие ҡатнашҡан. Улар араһында Башҡортостандан һигеҙ компания бар – улар үҙҙәренең производстволарына экскурсиялар ойоштора. Былар - “Өфө” һәм “Промцентр” индустриаль парктары, “Ағиҙел” халыҡ кәсептәре предприятиеһы, “ПОЛИЭФ”, “Благовещен икмәге” һәм “Благовещен арматур заводы”, Өфө яны ТЭЦ-ы һәм Павловка ГЭС-ы. Акселератор үҙ эсенә өс белем биреү модулен индергән, туристик продукцияһын әҙерләү буйынса менторҙар менән эш ҡаралған. Финал этабында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эшләнгән Башҡортостандың сәнәғәт туризмын үҫтереү стратегияһын яҡлау булған. – Сән