Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Юл буйында янғын ҡотора

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Благовар районында “М-5” трассаһының 1406 километры тирәһендә юл буйлап ҡоро үлән яна. 4,5 гектар майҙанға таралған янғынды һүндереүгә 21 кеше йәлеп ителгән, шул иҫәптән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы. Өҫтәмә рәүештә 15 кешенән торған Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының махсуслаштырылған янғын һүндереү-ҡотҡарыу часының аэромобиль төркөмө көстәре һәм саралары йәлеп ителгән. “Хәл контролдә тотола. Зыян күреүселәр юҡ. Һүндереү дауам итә. Ауылдарға хәүеф янамай”, – тип белдерәләр ведомствонан. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл буйында үлән яныуына бәйле автомобиль юлы төтөн эсендә ҡалған. Был участкала өс автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән. Зыян күреүселәр юҡ. Автоинспекция автомобиль хужаларына был участкала тиҙлекте кәметеп үтеүҙәрен һорай. К

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Благовар районында “М-5” трассаһының 1406 километры тирәһендә юл буйлап ҡоро үлән яна. 4,5 гектар майҙанға таралған янғынды һүндереүгә 21 кеше йәлеп ителгән, шул иҫәптән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы. Өҫтәмә рәүештә 15 кешенән торған Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының махсуслаштырылған янғын һүндереү-ҡотҡарыу часының аэромобиль төркөмө көстәре һәм саралары йәлеп ителгән. “Хәл контролдә тотола. Зыян күреүселәр юҡ. Һүндереү дауам итә. Ауылдарға хәүеф янамай”, – тип белдерәләр ведомствонан. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл буйында үлән яныуына бәйле автомобиль юлы төтөн эсендә ҡалған. Был участкала өс автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән. Зыян күреүселәр юҡ. Автоинспекция автомобиль хужаларына был участкала тиҙлекте кәметеп үтеүҙәрен һорай. Күреүебеҙсә, әле бар ерҙә лә янғын сығыу ихтималлығы бик юғары. Шуға ла урманда тәмәке төпсөгөн ташламағыҙ, усаҡ яҡмағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителде. Уның талаптарын үтәмәгән кешеләргә административ штраф һалына. Ут сығанағы, төтөн күрһәгеҙ, шунда уҡ 101, 112 телефон һандарына хәбәр итегеҙ! Фото: mchsrb