Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар - абсолют лидерҙар

Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан территориаль идаралығы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Юлдың начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков хәбәр итеүенсә, былтыр Башҡортостандың тимер юлы инфраструктураһын үҫтереүгә 5,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар ағымы 18,5 процентҡа артҡан һәм 4,4 миллион кешегә еткән. Куйбышев тимер юлы хеҙмәтләндергән илдең ун төбәге араһында Башҡортостан - абсолют лидер. Ҡала яны тәьминәтендә пассажирҙар әйләнеше – 195 миллион пассажир-километр, был - һуңғы ун йыл эсендәге максималь күрһәткес. Артабан планда – икенсе “Көнбайыш экспресы” Өфө – Приют маршрутын Абдулла станцияһына, икенсе “Көньяҡ экспресы” Өфө – Күмертау маршрутын Ырымбурға тиклем оҙайтыу, Өфө – Ҡандра – Туймазы маршруты буйынса “Ҡарлуғас” электр поездары йөрөүен ойоштороу. – Куйбышев тимер юлы – республикабыҙҙың мөһим партнерҙарының береһе. Рәсәй тимер юлдарына һөҙөмтәле эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт. Был – һеҙ тәҡдим иткән яңы техника һәм сервистар. Кешеләр аҡса менән тауыш бирә һәм компанияның хеҙмәттәре менән әүҙем файҙалана, – тине Радий Хәбиров. Ул Хөкүмәткә майҙа тимер юлы вәкилдәре ҡатнашлығында ведомство-ара ултырыш әҙерләргә ҡушты. Уның көн тәртибенә Өфө тимер юлы ҡулсаһын проектлау мәсьәләһен индерергә ҡушылды. – Был оҙайлы процесс, тик беҙ туҡтарға йыйынмайбыҙ. Проектты аҙағына тиклем алып барып еткереүебеҙгә ышанабыҙ, – тине ул. Фото: erm-news.ru