“Рәсәй почтаһы” 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан итте. Ул 1 апрелдән 30 июнгә тиклем дауам итә. Әммә бөгөн Белорет районының ҡайһы бер ауылдары ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙан мәхрүм, сөнки уларҙа күҙ терәп торған почта бүлексәләрен япҡандар, ҡайһы берҙәрендә хатта почтальондар ҙа юҡ. Шуға ла халыҡ ҡайҙа барып яҙылырға һәм кем гәзит-журналды алып килерен белмәй. Йөйәктә почта бүлексәһе эшләмәй “Почта ауыл ерендә бик кәрәк. Телефон, электр уты, һалымды күптәр почта аша түләй. Гәзит-журналдарға яҙылалар ине, быйыл яҙылыусы юҡ кимәлендә. Посылка, хат ебәреү өсөн 150 километр юл үтеп, Белорет ҡалаһына барырға кәрәк. Почта хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡы бәләкәй тип, унда эшкә барырға теләүселәр юҡ. Шулай уҡ почта бүлексәһендәге файҙаланыу ваҡыты үткән әйберҙәр менән тулған магазиндар ҙа беҙгә кәрәкмәй. Хәҙер элекке кеүек түгел, ауыл һайын кибет бар. Гәзиттәрҙе ауыл почтальоны йыш ҡына адрес буйынса килтереп еткермәй тип, һуңғы йылдарҙа мин генә түгел, күптәр яҙылыуҙан баш тартты. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Урал”, “Диләфрүз”, “Өмет”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” һәм башҡа баҫмаларҙы алдырҙым. Быйыл “Ағиҙел” журналына һәм “Йәшлек” гәзитенә яҙылғайным...” – тип хәбәр итте Хәлисә Ғәлләмова. Урындағы хәл менән яҡындан танышыу маҡсатында Белорет районының Йөйәк ауылына юлландыҡ. Беҙ барғанда, ысынлап та, Йөйәк почтаһында йоҙаҡ элеүле тора ине. Хәлгә асыҡлыҡ индереү ниәтендә ауыл хакимиәтенә барҙыҡ. Хакимиәт башлығы Рифат Ғилманов белдереүенсә, Йөйәк ауылы биләмәһендә, ошондай һәр кемгә кәрәкле шарттар булмағас, йәштәр күпләп ситкә күсеп китә башлаған. – Беҙҙең Йөйәк ауылы биләмәһендә былтырғы көҙҙә 1210 кеше иҫәпләнһә, әле 1116 кеше. Ярты йыл эсендә 50 кеше күсеп китте, барыһы ла тиерлек йәш ғаиләләр. Әле Ғәбдөк ауылынан тағы өс ғаилә ситкә китергә йыйына. Улар: “Ауылдың киләсәге юҡ, газ да үткәрмәйҙәр, почта ла эшләмәй”, – тип аңлата был аҙымдарын. Ауылда йәшәгән ҡатындар кәрәк-яраҡты, косметиканы, кейемде почта аша алдырта ине. Рәйсә Шәйхислам ҡыҙы Хәсәнова оҙаҡ йылдар почта таратты. Хаҡлы ялда булһа ла эшләне. Әле лә почта бүлексәһе яңынан асылһа, эшләргә риза, – ти ул. “Ә ниңә ауылда почта бүлексәһе ябылды?” – тип һораныҡ, мәсьәләне асыҡлау маҡсатында. – Ауылдың почта бүлексәһе начальнигы Ғәбдөктән йөрөп эшләй ине, китапханасы булып күсте. Был өҫтән көтөп торған кеүек кенә булды, беҙ хатта белмәй ҙә ҡалдыҡ. Бүлексә ябылыр алдынан Белорет почтамтынан: “Почта бүлексәһе начальнигы вазифаһына кеше эҙләгеҙ”, – тигән йөкмәткеле иҫкәртеү хаты килеп төштө. Эш хаҡы ярты оклад тәшкил итә, шуға ла кеше килмәй. Эшкә урынлашырға теләгән ике кешене алманылар, конкурстан үткәрмәнеләр. Әле Ғәбдөктә мәктәп, китапхана һәм биш-алты кеше генә гәзит алдыра, Йөйәктә унға яҡын кеше матбуғат баҫмаһына яҙылған, – тине ауыл хакимиәте башлығы. Беҙ быға тиклем почта бүлексәһе начальнигы булып эшләгән Нурсилә Закирова менән дә аралаштыҡ. – Мин Ғәбдөк ауылынан һигеҙ саҡрым юл үтеп, Йөйәккә эшкә йөрөнөм, 0,5 ставка ғына түләнеләр. Беҙҙә ике почтальон эшләй ине, улар ҙа эштән китте. Йөйәк почтальоны ғаиләһе менән Өфөгә күсте. Рәйсә апай, Йөйәк ауылында ла почтальон булмағас, “0,5 ставкаға – алты мең һумға ике ауылды хеҙмәтләндермәйем” тип, башҡаса эшкә сыҡманы. Уларға гәзит-журнал, хат ташыуҙан тыш, әйбер һатырға ҡушалар. 10 килограмлыҡ он, консервалар һәм башҡа әйберҙәрҙе урам буйлап йөрөп һатырға мәжбүрҙәр. Мин уларҙы йәлләйем. Почта түгел, ә магазинға әйләнде. Страховкалау хеҙмәтен дә ҡушалар. Халыҡ ризалашмай, шуға ла үҙебеҙҙең кеҫәнән сығарып түләп, план үтәргә тырышабыҙ. Тауар һатҡан килем дә окладҡа ҡушыла ине. Етәкселәр беҙҙән иң тәүҙә тауар һатыуҙы талап итте. Гәзит-журналдарға яҙылыуҙы былай ҙа ойоштора инек. Элек һәр ғаилә матбуғат баҫмаларын алдыртты, бөгөн хатта район гәзите “Урал”ды ла уҡый алмайҙар, – тине Нурсилә Рәйес ҡыҙы. Шулай итеп, район үҙәгенән 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ике ауыл инде биш ай почтаһыҙ көн күрә. Уның эшләмәүе халыҡтың тормошон ауырлаштырған: кешеләр гәзит-журнал уҡыуҙан мәхрүм, шулай уҡ хат, посылка алыу ҙа мең бәләгә әйләнгән. Ғөмүмән, “Белорет почтамты” хат, посылка ташыу кеүек хеҙмәттәр күрһәтеүгә аҡса алһа ла, тәғәйен адресатҡа тапшырыу кәрәклеге тураһында онотҡан. Шулай булмаһа, хат, квитанцияларҙы, белдереү ҡағыҙҙарын беренсе осраған ергә ҡалдырып китмәҫтәр ине. Мәғлүм булыуынса, Йөйәк ауылына почта машинаһы килә лә барлыҡ корреспонденцияларҙы, хаттарҙы, квитанцияларҙы ауыл хакимиәтендә ҡалдырып китә. Ә ауыл хакимиәте уны ҡайҙа итергә лә белмәй, шуға ла тау булып йыйылып киткән. Аптыраған көндән таратыу өсөн магазиндарға алып барып ҡалдыралар икән. – Беҙ өй һайын йөрөп, почта тарата алмайбыҙ бит. Беҙҙең бурысҡа инмәй, әммә аптыраған көндән ошондай аҙымға барабыҙ. Ғәбдөктә лә магазиндарға, мәктәпкә ҡалдырабыҙ, – ти Рифат Ғилманов. Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Баһауетдинова ла һүҙгә ҡушылды. – Ауылдың ватсаптағы төркөмөнә “хат, квитанцияларҙы килеп алығыҙ” тип иғлан һалабыҙ. Халыҡ беҙҙе бының өсөн әрләй. Пенсионерҙар һалым, электр уты өсөн түләргә Асы йәки Инйәр почта бүлексәләренә йөрөй. Почта машинаһы ҡайһы ваҡытта посылкаларҙы ла, хаттарҙы ла Асы бүлексәһенә ҡалдырып китә. Унда тимер юлы аша барһаң, 20 километр үтергә кәрәк, ә автомобилдә – 70 километр. “Белорет почтамты”нан беҙгә: “Почта хеҙмәткәрҙәренә кандидат эҙләгеҙ” тигән яуап килә. Әммә алты мең һум эш хаҡына кеше табыуы ҡыйын, беҙ ебәргән кешеләрҙе алманылар. Ауыл халҡы, ул аҡсаға йөрөгәнсе, “Асы” шифаханаһында эшләп, айына 25 мең һум хеҙмәт хаҡы алам, ти. Махсус хәрби операциянан килгән хаттарҙы үҙебеҙ шунда уҡ алып барып тапшырабыҙ. Магазин хужаларына рәхмәт, тыңлайҙар, квитанцияларҙы таратыуҙа ярҙам итәләр, – ти Әлфиә Фәнил ҡыҙы. Беҙ ауылдың ағинәйе Гөлсирә Салауатованың был хәлгә бәйле фекерен дә ишеттек. – Элек почтальондар беҙҙе өгөтләп, гәзит-журналдарға яҙҙырта ине. “Урал” гәзитен, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын һәм башҡа баҫмаларҙы алдырҙым. Хәҙер матбуғатҡа яҙҙыртыусы юҡ. Мин “Урал” гәзите аша район тормошо менән танышып бара инем... Почтаһыҙ ауылды күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Уның эшләмәүе арҡаһында беҙҙең кеүек оло кешеләр ыҙалай, – тине ул. Бында кешеләрҙең хоҡуғын боҙоуға юл ҡуйыла Дөрөҫөн генә әйткәндә, Йөйәк ауыл хакимиәтендә хаттарҙың, квитанцияларҙың өйөлөп ятыуын күреп, аптырауға ҡалдыҡ. Улар араһында судҡа саҡырыу, суд приставтарынан килгән хаттар ҙа бар. Белеүебеҙсә, бындай рәсми хаттарҙы “заказлы” итеп ебәрәләр, йәғни почта уларҙы тәғәйен кешенең ҡулына алып барып тапшырырға тейеш, ә бында ҡайҙа етте шунда ташлап китәләр. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2000 йылдың 26 сентябрендәге “Почта элемтәһе хеҙмәттәре күрһәтеү ҡағиҙәләрен раҫлау тураһындағы” 725-се ҡарарында почтаны килтереү һәм тапшырыу, почта ебәреүҙәре һәм почта күсереүҙәре хеҙмәттәре нисек күрһәтелергә тейешлеге хаҡында аныҡ яҙылған. “II. Почта ебәреүҙәрен һәм почта күсереүҙәрен килтереү һәм тапшырыу Почта ебәреүҙәре һәм почта күсереүҙәре өйгә килтерелә йәки почта элемтәһе объекттарында бирелә. Йәшәү урыны буйынса йортҡа, граждандарға тәғәйен адрестарға килтерелергә тейеш: а) почта карточкалары, ябай һәм заказлы хаттар һәм бандеролдәр, почта ебәреүҙәре һәм почта күсереүҙәре тапшырыу тураһында белдереүҙәр; б) түләүле килтереү менән ҡабул ителгән почта күсереүҙәре, хаттар һәм иғлан ителгән ҡиммәтле бандеролдәр; в) теркәлгән почта ебәреүҙәре һәм почта күсереүҙәре тураһында белдереүҙәр; г) экспресс-почтаның почта ебәреүҙәре; д) электрон почта ебәреү. Почта шкафтары ячейкаларына һәм почта абонент йәшниктәренә, йорттағы почта йәшниктәренә төшөрөлә: а) ябай хаттар; б) ябай почта карточкалары; в) ябай бандеролдәр; г) почта ебәреүҙәре һәм почта күсереүҙәре тапшырыу тураһында белдереүҙәр; д) теркәлгән почта ебәреүҙәре һәм почта күсереүҙәре тураһында беренсел белдереүҙәр; е) ябай почта ебәреүҙәре тураһында тәүге хәбәрҙәр, уларҙың ҙурлығы уларҙы абонент почта шкафтары ячейкаларына һәм почта абонент йәшниктәренә төшөрөргә мөмкинлек бирмәй. Абонент почта шкафы йәки почта йәшниге боҙолған осраҡта, почта ебәреүҙәренең һаҡланыуына йоғонто яһаһа, уларға хаттар төшөрөлмәй, ә адресатҡа уны килтереү мөмкин түгеллеге тураһында хәбәр ителә. Шул уҡ ваҡытта хат-хәбәрҙәр почта элемтәһе объектында адресатҡа бирелә. Инйәрҙәр ҙә почтаһыҙ ҡалырмы? Инйәр ауыл биләмәһенә 20 ауыл ҡарай, һәм улар төрлө яҡҡа тарҡау ултырған. Инйәр ауылындағы почта бүлексәһенә лә бөгөн ябылыу хәүефе янай, сөнки эшләргә кеше юҡ. Хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында, Инйәр ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Алена Кучербаева менән осраштыҡ. – Почта бүлексәһе мөдиренә – 25 – 30 мең һум, операторға 20 – 25 мең һум эш хаҡы тәҡдим итәләр. Әммә өҫтән ҡуйылған планды үтәмәһәләр, уларҙың эш хаҡынан тотоп алып ҡалалар. Әле беҙгә Межгорье ҡалаһынан оператор аҙнаһына ике тапҡыр килеп, шаршамбы һәм йома көндәрендә 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем халыҡтан түләүҙәрҙе ҡабул итә, посылкалар тарата. Бөгөн өс почтальон эшләй. Минималь эш хаҡын арттыралар, ә уларҙың окладтары элеккесә ҡала. Күптән инде тариф сеткаларын яңынан ҡарағандары юҡ. Почтаның ошондай хәлдә ҡалыуынан ололар ныҡ интегә. Улар бит бөтә түләүҙәрҙе почта аша атҡара ине, шулай уҡ гәзит-журналдарға ла яҙылдылар. Бөгөн Инйәр ауыл почта бүлексәһенә начальник һәм оператор кәрәк, шулай уҡ почтальондар ҙа етмәй. Почтальондар табылыр ине, әгәр эш хаҡтары лайыҡлы булһа. Әле Инйәр ауыл биләмәһендә 6190 кеше йәшәй, шуларҙың 4330-ы – Инйәр ауылында. Ошондай ҙур ауылда почта булмауын күҙ алдына килтереүе лә ауыр, – тине ул. Почтаға инеп сығайыҡ тигәйнек, ысынлап та, ул бикле булып сыҡты. Аҙналыла ике йыл почтальон таба алмайҙар Беҙгә Аҙналы ауылынан ветеран уҡытыусы Айһылыу Сәмсетдинова: “Почта таратмайҙар, хат, гәзит-журналдарҙы ауыл магазинына ҡалдырып китәләр, матбуғат баҫмаларын ваҡытында уҡый алмайбыҙ. Ике йыл ауылда почтальонка юҡ”, – тип шылтыратҡайны. Шуға күрә Аҙналы ауылына ла барҙыҡ. Аҙналы – райондың ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Бында тырыш, сәмсел, уҡымышлы халыҡ йәшәй, элек һәр ваҡыт гәзит-журналдарға әүҙем яҙылдылар. Әммә ике йыл почтальон булмау сәбәпле, улар ҙа яратып уҡыған “Урал” район гәзитенә, республика баҫмаларына яҙыла алмай. Айһылыу һәм Зәки Сәмсетдиновтар – хаҡлы ялдағы уҡытыусылар. Улар быға тиклем гәзит-журналдан айырылмаған. – Мин былтыр уҡ һеҙгә гәзит таратыу мәсьәләһе буйынса шылтыраттым. Өфөгә лә барырға иткәйнем. Ғүмер буйы гәзит-журналға яҙылдыҡ. Нисек инде гәзитһеҙ йәшәргә була?! Быға тиклем “Башҡортостан”, “Урал”, “Йәшлек” гәзиттәренән, “Бәрәкәт”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарынан өҙөлмәнек. Былтыр ҙа яҙылдым, гәзиттәремде магазинда ҡалдырып китәләр, ә мин көтәм. Гәзит алмағас, “Белорет почтамты” етәкселәренә барҙым, йүнләп һөйләшмәнеләр ҙә. Әзекәйгә лә барҙым, шулай итеп, гәзиттәремдең саҡ осона сыҡтым. Баҡтиһәң, магазинға ҡалдырып киткән гәзитте бөтөнләй икенсе кеше алып ҡайтып уҡып йөрөгән. Былтыр “Урал” гәзитенә редакцияға барып яҙылдым. Гәзит-журналдарҙы ташымағастар, быйыл яҙылманыҡ. Мәҫәлән, әле мин “Башҡортостан” гәзитенең йома һанына яҙылыр инем. Шул тиклем һәйбәт гәзит, яратып уҡый инем. Ялға ҡайтҡан балалар ҙа: “Әсәй, ниңә гәзит алдырмайһығыҙ?” – тип аптыраны. Хәлде аңлатып бирҙек, – тине Айһылыу Шәһивәлей ҡыҙы. Бында инде ике йыл ауыл почтальонһыҙ интегә. Уға тиклем почтальон булып эшләгән Люция Нухова: “Эш хаҡы бәләкәй, уға ғаиләмде ҡарай алмайым. Был аҡсаға итек тә килмәй, ә ҡыҙҙы уҡытырға кәрәк”, – тип икенсе эшкә күскән, әле вахта ысулы менән Мәскәүгә йөрөй. – Күпме кеше эҙләп ҡараныҡ, бөтәһе лә “эш хаҡы бәләкәй” тип ризалашмай. Ысынлап та 0,5 ставкаға кем йөрөһөн инде?! Беҙгә гәзит-журналдарҙы ваҡытында, көнөндә алып уҡыр өсөн почтаның яҡшы эшләүе кәрәк. Гәзит “яңы” булһын, иҫкергән яңылыҡтың ҡыҙығы бөтә. Һалым, электр утына һәм газға квитанциялар, судҡа саҡырыу хаттары төбәлгән адресатҡа тапшырылырға тейеш, ә магазинда һәм башҡа урында ҡалдырылыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл. “Әйбер һатырға бирәләр, уны һата алмаһаҡ, эш хаҡынан тоталар. Уны ҡалай итеп түләйһең...” тип, хәҙер кеше почтальон булырға ҡурҡып тора”, – тип һөйләне Сәмсетдиновтар. Ошондай уҡ фекерҙе башҡа ауылдаштарҙан да ишеттек. Әзекәй ауылында ике йыл элек почта бүлексәһен япҡандар. Уның сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында Әзекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нәжиә Вәлиева менән дә осраштыҡ. – Һалым квитанцияларын үҙебеҙ таратабыҙ йәки магазинға һалабыҙ. Әзекәйҙә почта бүлексәһе ябылғанға өс йыл. Беҙ “Белорет почтамты” етәкселегенә мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙәрен һорап, күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иттек, әммә улар рәсми яуап менән генә сикләнә, мәсьәлә шул килеш ҡала. Почта бүлексәһенең һәйбәт бинаһы бар, ул йылы, газ тоташтырылған, электр уты ла бар, кеше күп йөрөгән урында урынлашҡан. Беҙҙә почта бүлексәһе начальниктары йыш алмашынды, сөнки түҙеп торғоһоҙ эш талаптары ҡуйыла. Мәҫәлән, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының почтальоны йәйге эҫе көндә ауыл буйлап туңдырылған билмән һатып йөрөнө, өҫтән ҡушалар. Пенсия таратҡанда әйбер һатырға йөкләмә бирелгән, тик ул тауарҙарҙың хаҡы бик ҡиммәт. Ике-өс йыл эшкә урынлашырға теләүселәр булманы. Аптырағас, үҙебеҙҙең ауыл хакимиәтендә эшләп йөрөгән белгесте “ҡоҙаланыҡ”. Ризалашты, тик уны эшкә алманылар – конкурстан үтмәне. Боғанаҡ ауылынан бер ҡатын эшкә урынлашырға теләне, әммә уны ла ҡабул итмәнеләр. Беҙгә почтамт етәкселеге: “Кандидатуралар эҙләгеҙ”, – ти. Беҙ почта бүлексәһе начальнигы урынына кеше эҙләйбеҙ, тәҡдим итәбеҙ, тик уларҙы кире бороп ҡайтаралар. Бөгөн почта хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйылған талаптар күптәрҙе өркөтә, “Ас тамағым, тыныс ҡолағым” тип, унда барырға ризалашмайҙар. Элек Әзекәй почта бүлексәһендә бер начальник, өс почтальон эшләне, хәҙер берәү генә ҡалды. Ул Әзекәй һәм Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдарын хеҙмәтләндерә, эш күләме бик ҙур. Әле Аҙналы, Ҡаҙыш, Черновка ауылдарында почтальон юҡ. Боғанаҡта әлегә почта бүлексәһе һаҡланып ҡалды. Иң насары – халыҡ гәзит-журналдар алдыра алмай. Оло быуын гәзиткә өйрәнгән. Улар “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат”, “Йәншишмә” кеүек республика баҫмаларын яратып уҡый ине. Хәҙер ике-өс йортҡа ғына гәзит-журнал килә. Почтаның эшләмәүе тағы ла бер насар эҙемтәгә илтә – халыҡҡа мәғлүмәт килмәй, улар деградацияға бирелә. Социаль селтәр аша таратылған мәғлүмәт халыҡты дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итә алмай, – ти Нәжиә Динислам ҡыҙы. Шулай уҡ ауыл хакимиәтенән хеҙмәткәр ҙә гәзиткә яҙылып, бер дананы ла ҡулына алмауын белдерҙе. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы почтальоны 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Тимер юл ауылынан почта әйберҙәрен барып ала. “Белдереү ҡағыҙҙары, судҡа саҡырыу хаттары адресаттарға ваҡытында барып етмәй. Һөҙөмтәлә кешеләр судҡа ла ваҡытында бара алмай. Оло кешеләр аҡса тотоп: “Нисек электр утына, газға түләйек?” – тип хакимиәткә килә. Ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡтың 80 процентын пенсионерҙар тәшкил итә. Шуға ла почтаның эшләмәүе беҙҙең ауылдар тормошон тағы ла ҡатмарлаштырҙы ғына. Беҙҙә әүҙем уҡыусылар бар, улар: “Ҡайҙа почтальон? Беҙҙең гәзит уҡығыбыҙ килә”, – тип дәғүәләрен белдерә”, – тине Нәжиә Динислам ҡыҙы. Абҙаҡ ауылынан да “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған уҡыусыбыҙ йыл башынан бер гәзит тә алмауы тураһында белдереп шылтыратты. Мәғлүм булыуынса, Белорет районында һуңғы йылдарҙа Әзекәй, Йөйәк, Үҙәнбаш, Тирлән, Сосновка, Николаевка, Абҙаҡ ауылдарында почта бүлексәләре ябылған. Шулай уҡ Белорет почтамтына ҡараған Учалы районында ла ошондай хәл күҙәтелә. Почта бүлексәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр: “Элек беҙҙән гел подписка талап иттеләр, хәҙер почтальондарҙан әйбер һатыуҙы ғына һорайҙар”, – ти. Халыҡ иһә: “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла бындай хәл булмаған, почта эшләгән. Ә бөгөн ниндәй көнгә ҡалдыҡ?” – ти. Аптырарлыҡ шул... Әйтергә кәрәк, ҙур ҡалаларҙа ла гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратыу проблемаһы бар. Мәҫәлән, Өфө эргәһендәге Аҡбирҙе ауылында (Иглин районына ҡарай) “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, бер һанын да алмаған уҡыусыларыбыҙ булды. Был күренештәр почта системаһының көрсөккә тәгәрәүе тураһында һөйләйме? Әгәр почтальондарҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланмаһа, тиҙҙән унда эшләргә кеше лә ҡалмаясаҡ. Ғөмүмән, был мәсьәлә хәл итеүҙе талап итә. Илдар Аҡъюлов фотолары.