Йыл башынан республика биләмәһендә 2854 янғын сыҡҡан, уларҙа 103 кеше һәләк булған, 79 кеше йәрәхәтләнгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда янғындар һаны 519 осраҡҡа күберәк, янғындарҙа һәләк булыусылар һаны 31 кешегә артҡан, ә йәрәхәтләнеүселәр һаны һигеҙ кешегә кәмегән. 21 – 23 апрелдә республикала 145 янғын сыҡҡан, уларҙа ике кеше һәләк булған, ике кеше йәрәхәтләнгән. 21 апрелдә республика биләмәһендә 81 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа бер кеше йәрәхәтләнгән. 22 апрелдә 34 янғын булған, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, бер кеше йәрәхәтләнгән. 23 апрелдә иһә 30 янғын сыҡҡан, уларҙа бер кеше һәләк булған. Йыл башынан алып бөтәһе ҡоро үлән яныуҙың 636 осрағы теркәлгән һәм уларҙа 634,7258 гектар майҙан зыян күргән. 21 – 23 апрель осорона республика биләмәһендә ҡоро үлән янғынының 54 осрағы теркәлгән, йәғни бөтәһе 65,5 гектар майҙан уттан зыян күргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелде. Уға ярашлы, урманда, яланда һәм башҡа урындарҙа усаҡ яғыу тыйыла, шулай уҡ баҡсала ҡоро үлән, ағас яндырған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған. Фото: mchsrb