Быйыл 9 майҙа Өфөлә хәрби техника ҡатнашлығында парад буласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул хакимиәт башлыҡтарына халыҡҡа мәғлүмәтте еткерергә ҡушты. ”Хәрби парад була, уны ҡарарға балалар ҙа киләсәк. Уҡыу подразделениелары күнекмәләре планлаштырылған”, – тине ул. Шулай уҡ республика етәксеһе был аҙнала Башҡортостандан Даян Мурзин исемендәге дүртенсе ирекле батальондың хәрби әҙерлек үтеү өсөн юлланыуын хәбәр итте. Ул барлыҡ яуаплы кешеләргә ойоштороу эштәрен ваҡытында һәм теүәл башҡарырға ҡушты. – Был аҙнала дүртенсе, киләһе аҙнала бишенсе батальонды оҙатасаҡбыҙ. Алдан әйтеүебеҙсә, беҙ Башҡортостандың ҙур ирекле хәрби подразделениеһын булдырыу юлындабыҙ. Шуға күрә һәр кем ҙур яуаплылыҡ тойорға тейеш, – тине Радий Фәрит улы. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, ҙур булмаған үҫеш күҙәтелә. Уҙған аҙнала сир 892 кешелә табылған, б