Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡабул итеү-2023 кампанияһы башлана

Бер айҙан илебеҙҙең барлыҡ мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” сыңлаясаҡ. Имтихандар, вуз һайлау һәм уҡырға инеү - һәр сығарылыш уҡыусыһы һәм буласаҡ аспиранттар өсөн үтә лә яуаплы осор. 2023 йылда Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһында ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Документтарҙы нисек дөрөҫ тапшырырға? Дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған илдәрҙең уҡыу йорттарынан китергә мәжбүр булған студенттарға Рәсәй вуздарына нисек инергә? Бюджет урындарына кемдәр дәғүә итә ала? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үтәсәк, социаль селтәрҙәрҙә (https://vk.com/bash_tv), Республикаға идара итеү үҙәгендә (https://vk.com/tsur_bashkortostan) һәм Башҡортостан Хөкүмәтендә (https://vk.com/bashkortostan_gov) тура бәйләнештә күрһәтеләсәк брифингта Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре, республиканың юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары ректорҙары һәм директорҙары яуап бирәсәк. Брифингты 25 апрелдә, 19.00 сәғәттә тура бәйләнештә ҡарағыҙ. Фото: almamater13.ru