Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү күләме 4 миллиард һумдан ашҡан. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – финанстар министры Лира Иғтисамова һөйләне. Төп иғтибар балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Апрелдең башына ҡарата хәрбиҙәрҙең өс мең самаһы балаһы бушлай балалар баҡсаһына йөрөй. Бынан тыш, 5-тән 11-се класҡа тиклем белем алған 2,4 мең мәктәп уҡыусыһы һәм 500-ҙән ашыу колледж студенты өсөн бушлай туҡланыу ойошторолған. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм 23 йәшкә тиклемге студенттар бушлай ҡала транспортында йөрөй ала. Был хоҡуҡ менән 3,6 мең кеше файҙаланған. Ике мең самаһы бала түләүһеҙ түңәрәктәргә йөрөй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың 300 балаһы республиканың ҡала ситендәге лагерҙарына юлламалар алған. Социаль ярҙамға килгәндә, 10 меңдән ашыу кеше ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүҙән азат ителгән. 7,5 мең кеше медицина ярҙамы алған. – Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйы