Ханты-Манси округында IV Бөтә Рәсәй милли берҙәмлек форумы старт алды. Унда Рәсәйҙең 45 төбәгенән 500-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Улар араһында тәүге тапҡыр ҡатнашыусы төбәктәр ҙә бар. Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан исеменән Республиканың Халыҡтар Дуҫлығы йорто директоры Флүзә Ғайсина менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһай. Форум Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы Координация советының киңәйтелгән ултырышынан башланды. Беренсе көндө делегаттар аҙ һанлы Төньяҡ халыҡтарының ”Киләсәккә йолалар” лидерҙар мәктәбендә, “Сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни адаптацияһы” дискуссия майҙансығында ҡатнашты. Шулай уҡ 23 апрелдә дәүләт милли сәйәсәте өлкәһендә белгестәр кәңәшмәһе ойошторолдо. “Ҡупшы Рәсәй” күргәҙмә-дефилеһы ла сағыу ваҡиғаға әүерелде. Форумды Ханты-Манси автономлы округы губернаторы Наталья Комарова асты. “Һәр этностың үҙенең уникаль традициялары, ҡиммәттәре бар. Ул быуындан-быуынға күсә. Был яҙ бер-беребеҙҙе Пас