Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туристарға уңышлы сәфәр!

24 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө”халыҡ-ара аэропортында булып, “Башҡортостан -Белоруссия” оҙон ғүмерлелеге” программаһы сиктәрендә республиканан Минскиға юлланыусы тәүге туристар менән аралашты. Шуны билдәләү мөһим, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, пенсионерҙарҙың тәүге төркөмөнә 46 кеше инеүен билдәләне. Улар өсөн Белоруссия яғынан һигеҙ көнлөк программа әҙерләнгән. Радий Хәбиров туристарға уңышлы сәфәр теләне. - Һеҙ яңы проектта ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың тәүге төркөмө. Сәфәрҙән һуң үҙегеҙҙең тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашырһығыҙ, турҙарҙы ойоштороуҙа нимәне яҡшыртырға мөмкин булыуы тураһында һөйләрһегеҙ, тип ышанам, - тине Радий Хәбиров. Пенсионерҙар һәм хеҙмәт ветерандары Радий Хәбировҡа һәм республика етәкселегенә “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһын тормошҡа ашырған өсөн рәхмәтен белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.