Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сағыу йырлы май!

Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша алды. Быйылғы байрамдың бынан алдағыларынан берҙән-бер һәм бик мөһим айырмаһы – майҙанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы заман геройҙарын күрергә мөмкин ине. Туғандары менән ҡосаҡлашып, ҡала халҡынан рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итеп, улар халыҡ араһында юғалып ҡала алманы һәм һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Махсус хәрби операция һәм Тыуған илде һаҡлау сараның төп темаһы булды. Байрам ҡаланың уҡыу йорттары һәм предприятиеларынан ун ике коллективтың парады менән асылды. Бөрө халҡы алдынан биш йөҙҙән ашыу кеше үтте. Был көндө бөтәһе лә тейешенсә булды: колонналар, флагтар, музыка һәм алҡыштар. Бер үк ваҡытта алып барыусы һәр коллективтың ҡаҙаныштарын уҡып ишеттерҙе. Ҡаланың ғорурланырлыҡ уңыштары күп! Был – “Йәйғор” балалар ижады үҙәге, “Йәшлек” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, уҡ атыу буйынса спорт мәктәбе һәм башҡалар. Һуңынан демонстранттар алдында Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов сығыш яһаны. Ул 1 май илебеҙ өсөн мөһим дата булыуын билдәләне, айырыуса бөгөн, ватандаштарыбыҙ олатай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын ҡабатлап, фашизмға ҡаршы көрәшкән саҡта. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Яков Кугубаев яҡташтарына сәләмәтлек, көс-ҡеүәт теләне. Бөрө муниципаль районы советы рәйесе Резеда Ахунова сәхнәгә сығып алҡыштарға күмелде. Баҡһаң, был көндө ул тыуған көнөн билдәләй икән. “Тыныслыҡ һәм яҡшы кәйеф һеҙгә!” – тип теләк белдерҙе ул ҡала халҡына. Байрамды асыу тантанаһын “Умникум” сауҙа-офис үҙәге ойошторған флешмоб дауам итте. Унда ҡаланың бөтә мәктәптәре, урта махсус уҡыу йорттары һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы йәлеп ителде, йәмғеһе 289 кеше. “Яуҙа уңыштар телә!” - йырына бөтәһе лә бейене, тыныс күк өсөн көрәшеүселәргә рәхмәт һәм оло хөрмәт белдерҙеләр. Бөгөн йәмғиәттең берләшеүе һис ҡасан булмағанса мөһим. Бөрө халҡы быны иҫбатланы. Майҙанда атмосфера шул тиклем йәнле ине, концерт башлаған артистарға уны юғары кимәлдә тотоу мөһим ине. Хәйер, бында улар өсөн борсолорға тура килмәне. Үҙҙәренең ижады менән улар ихлас уртаҡлашты. Концерт юғары кимәлдә уҙҙы. Ҡайнар май ҡояшы йылытҡан майҙанға ата-әсәләр, йәш парҙар, үҫмерҙәр, пенсионерҙар сыҡты. Туңдырма һәм башҡа тәм-том менән сауҙа итеү шәп барҙы. Фото: Бөрө ҡалаһы хакимиәте.