Туҡланыу ҡағиҙәләре ғаиләлә сабый саҡтан һалына. Бөгөнгө көндә бәләкәстәрҙең яратып,маҡтанып ашаған файҙаһыҙ сит ил ризыҡтары күп ғаиләләрҙең мәжлес өҫтәлен тәшкил итеүе көнүҙәк проблема булып тора. Шул юҫыҡтан, балалар һаулығына битараф булмаған тәрбиәселәр һәм әсәйҙәр мәртәбәле ҡунаҡтар менән йыйылып, "Аш - һыуыбыҙ хазинаға тиң " тип аталған әңгәмә - ултырыш үткәрҙек. Киләсәк быуынды дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәтеү өсөн, милли ризыҡтарыбыҙҙы ситләтмәй, самаһын белеп ашарға, онотолғандарын тергеҙергә кәрәк икән тигән берҙәм фекергә килдек. Милли ризыҡлы мул табын артында сәй эсеп, "Иҫке ауыҙға яңы аш, һин ауырыу минән ҡас!" - тип йыуаһын да ауыҙ иттерҙек килгән ҡунаҡтарға. Ысын мәғәнәһендә, үҙ еребеҙҙә етештерелгән ризыҡтар шифалы ла, туҡлыҡлы ла һәм тәмле лә. Вилданова Ә.Ғ., тәрбиәсе. Сибай ҡалаһы, "Әкиәт " балалар баҡсаһы.