...Үҙе әйтмешләй, тормошо бик ябай Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Хәмдиә Хәйҙәр ҡыҙының. Ғафури районы Байымбәт ауылында тыуып үҫкән, ғаиләлә дүрт бала ла кескәй генә йәштән хеҙмәткә, уның ҡәҙерен белергә, эшләп ашарға өйрәнә. Ошо сифат уны артабан ауыр хеҙмәт юлын һайларға нигеҙ бирә. Мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай авторыбыҙ, тейешле белем ала ла “СНХЗ”ға аппаратсы булып эшкә урынлаша һәм бына 1989 йылдан алып һөнәренә тоғро ҡалып килә. – Эшемде бик яратам, ауыр, ирҙәр эше, ҡорамал да күтәрергә тура килә, ҙур асҡыс менән гайка борорға, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыға, аппарттарҙы контородә тотоу зарур, әммә заводҡа ярты ғүмеремде арнаным, ҡыҙыҡ та бит, – тип бәйән итә Хәмдиә Мортазина хеҙмәт урыны хаҡында. Әйткәндәй, Хәмдиә ханым ҡул араһына йәштәр инә барыуына ла ҡыуана, ни тиһәң дә алмаш килә бит. Үҙенең ҡыҙы Лилиә лә әсәһе юлын дауам итеп, ошо заводта лаборант булып эшләп, хеҙмәт кешеһе данын күтәрә. Ә бына шәхси тормошо ябайҙарҙан түгел. Яҡындарын юғалтыу менән бер рәтт