Уҙған ял көндәрендә Мәскәүҙә “Яҡташ” йәштәр мәғариф форумы үтте. Майҙансыҡ Мәскәү вуздарында белем алған Башҡортостан студенттарын һәм аспиранттарын берләштерҙе. Йәштәр менән осрашыуға Башҡортостандан абруйлы ҡунаҡтар барҙы. Тәүгеләрҙән булып форумда ҡатнашыусылар менән БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук осрашты. Ведомство етәксеһе йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн федераль һәм төбәк майҙансыҡтарын, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының проекттарын күрһәтте һәм студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. - Быйыл февралдә беҙ Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, берлектәге саралар һәм проекттар уҙғарабыҙ. Улар иҫәбендә – “Яҡташ” йәштәр мәғариф форумы, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Яна Гайдук. Беренсе көн программаһында социаль проектлау буйынса белем биреү блогы ҡаралған ине, унда студенттар йәштәр проекттары конкурстарында ҡатнашыу өсөн үҙ идеяларын әҙерләргә өйрәнде. "Яҡташ" форумының икенсе көнөндә Башҡортос