Өфөлә төҙөүселәр Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгенең фасадын биҙәү эшен тамамланы һәм төҙөкләндереүгә тотона. Республика балалар клиник дауаханаһының яңы корпусы төҙөлөшө 2021 йылдан алып “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Бинаның дөйөм майҙаны 17 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. – Социаль объекттар төҙөү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Бөгөн республикала 61 социаль объект төҙөлә, шуларҙың 25-ен беҙ ағымдағы йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға планлаштырабыҙ, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов. Әлеге ваҡытта объектта буласаҡ операция биналарын эске биҙәү эштәре тулы ҡеүәтенә алып барыла. Эштәр 50 процентҡа башҡарылған. Бынан тыш, генераль подрядсы ойошма тышҡы инженер селтәрҙәрен үткәреү буйынса эштәрҙе тулы күләмдә башҡарған. Йомғаҡлау этабында – эске йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү селтәрҙәрен монтажлау. Төҙөлөш майҙансығында 100-ҙән ашыу кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөлөш заказсыһы булып БР Капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай. Генераль подрядсы – “1-се төҙөлөш идаралығы” – объект төҙөлөшөн 2023 йылдың ноябрендә тамамларға ниәтләй. Республика балалар клиник дауаханаһына онкология, гематология, иммунология бүлексәләре, шулай уҡ көндөҙгө стационар, реанимация бүлеге менән операция блогы, елек күсереп ултыртыу бүлеге, үҙәк стерилләү бүлексәһе, ашхана, буфет инәсәк. Бер үк ваҡытта 100-гә яҡын пациент дауалана ала. Яңы бина Г формаһында. Корпусы алмаш ҡатлы ике блокка бүленгән. Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.