Ошо көндәрҙә экологик белем аҙналығы сиктәрендә республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы инспекторҙары “Таҙа Өфө” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Елена Воробьева менән берлектә “Экология” милли проекты маҡсаттарын һәм бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфө районының Жуков ауылында “Уңыш” мәктәбенең өс класы өсөн асыҡ экодәрес үткәрҙе. Профессиональ экологтар йәмәғәтселәр менән бергә балаларға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм сүп-сарҙы айырып йыйыу өлкәһендәге реформа тураһында һөйләне. Уҡыусыларға иң ябай экологик ғәҙәттәрҙе үтәү ярҙамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға нисек өлөш индерергә мөмкин булыуын аңлаттылар. Экодәрестәр барышында балалар ҡалдыҡтарҙы тарҡатыу тиҙлеге, сүп-сарҙы дөрөҫ сортҡа бүлеү, икенсел сеймалды эшкәртеү һәм ҡабаттан файҙаланыу тураһында белде. – Уҡыусылар өсөн экология дәресе – таҙа һәм экологик киләсәккә үҙенсәлекле өлөш индереү, бындай шөғөлдәр һөҙөмтәһендә аңлы ҡулланыусылар быуыны