Махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡта һуғышҡан Яңауыл егете Ильяс Латипов юғары награда – “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Изюм янындағы ҡаты бәрелештәрҙән һуң командирҙар егеттең ҡыйыулығын билдәләй. Тик Ильяс яралана. Хәҙер ул яратҡан ғаиләһе эргәһендә, төрлө донъя мәшәҡәттәрен хәл итеү менән мәшғүл, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. Былтыр йәш ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, ҡыҙҙары тыуған. Егеткә оҙаҡламай прапорщик званиеһы бирелергә тейешлеге лә билдәле, ә “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары тапшырылған да инде. Ильяс Латипов бергә хеҙмәт иткән хәрбиҙең һеңлеһе менән фотоға төшкән. Илдар Шәрипов фотоһы.