Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Картуф сәсергә әҙерһегеҙме?

Быйыл баҡсасы календарына күҙ һалһаң, май айында 1, 2, 5, 6, 7, 15, 19, 20, 23, 24, 27, 28 сәсеү өсөн ҡулайлы көндәр. Ә бына 16, 29, 30, 31 сәсеү менән булышмай торорға кәңәш ителә. Бүлбеләрҙә ауырыуҙар барлыҡҡа килмәһен өсөн уларҙы фунгицидтар менән эшкәртергә кәрәк. Был уңышты бермә-бер арттырырға ярҙам итәсәк. Төрлө ауырыуҙарҙан картуф уңышының 10 – 60 процентын юғалтабыҙ. Күпселек ауырыуҙар бүлбеләр аша йоға. Иң йыш осраған ауырыуҙар: ҡара һабаҡ, серек ауырыуы, фузариоз, фомоз, ризоктониоз, ҡутыр. Шулай уҡ ҡаты ҡорт бүлбеләргә ҙур зыян килтерә. Гөлдәр Сибәғәтуллина, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең агрономы: Картуфты сәсер алдынан орлоҡтарҙы һәйбәтләп ҡарап сығығрға кәрәк. Серей башлағандарын сәсеүгә алмаҫҡа кәңәш итәм. Сәсеүгә әҙерләгән бүлбеләрҙе 10 – 12 градус йылы булғанда 20 – 30 көн дауамына тышҡа сығарып ҡуйыу ҙа ҡамасауламай. Тик ҡояштың тура нурҙары төшмәһен ине. Бүлбеләр йәшкелтләнһә, был иң һәйбәте. Картуф ямғыр аҫтында ҡалмаһын. Был ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе буласа

Быйыл баҡсасы календарына күҙ һалһаң, май айында 1, 2, 5, 6, 7, 15, 19, 20, 23, 24, 27, 28 сәсеү өсөн ҡулайлы көндәр. Ә бына 16, 29, 30, 31 сәсеү менән булышмай торорға кәңәш ителә. Бүлбеләрҙә ауырыуҙар барлыҡҡа килмәһен өсөн уларҙы фунгицидтар менән эшкәртергә кәрәк. Был уңышты бермә-бер арттырырға ярҙам итәсәк. Төрлө ауырыуҙарҙан картуф уңышының 10 – 60 процентын юғалтабыҙ. Күпселек ауырыуҙар бүлбеләр аша йоға. Иң йыш осраған ауырыуҙар: ҡара һабаҡ, серек ауырыуы, фузариоз, фомоз, ризоктониоз, ҡутыр. Шулай уҡ ҡаты ҡорт бүлбеләргә ҙур зыян килтерә. Гөлдәр Сибәғәтуллина, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең агрономы: Картуфты сәсер алдынан орлоҡтарҙы һәйбәтләп ҡарап сығығрға кәрәк. Серей башлағандарын сәсеүгә алмаҫҡа кәңәш итәм. Сәсеүгә әҙерләгән бүлбеләрҙе 10 – 12 градус йылы булғанда 20 – 30 көн дауамына тышҡа сығарып ҡуйыу ҙа ҡамасауламай. Тик ҡояштың тура нурҙары төшмәһен ине. Бүлбеләр йәшкелтләнһә, был иң һәйбәте. Картуф ямғыр аҫтында ҡалмаһын. Был ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе буласаҡ. Бүлбеләрҙе ерҙең үҙенсәлегенә ҡарап ултыртабыҙ. Ҡомло ерҙә 6 – 8 сантиметр тәрәнлеккә, йомшаҡ тупраҡлы ерҙә 8 – 12 сантиметр тәрәнлеккә сәсәләр. Уңыштың нигеҙе – һәйбәт орлоҡҡа бәйле икәнен дә онотмағыҙ. Ә һеҙ картуф мул уңыш бирһен өсөн ниндәй саралар ҡулланаһығыҙ?