Бөгөн таң менән Башҡортостан кешеләре бик үҙенсәлекле фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша башланы. Уларҙа, беҙҙең төбәк өсөн бик хас булмаған төньяҡ балҡышы күрһәтелгән. Йылайыр, Тәтешле, Баҡалы райондарында төшөрөлгән фотоларҙа ул балҡыш ғәҙәти йәшел түгел, ә алһыу төҫтә. Ғалимдар был күренештең килеп сығышын аңлатты. Баҡһаң, бында әлеге ваҡытта Ер шарына килгән бик ҡеүәтле магнит дауалы сәбәпсе икән. Йыһандағы һауа торошон күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, Ерҙең магнит полеһы тирбәлеү кимәле әлеге ваҡытта G4-кә тиклем күтәрелгән. Был биш күрһәткесле шкала буйынса бик көслө тип баһалана. Был кимәл Ерҙә бәйләнеш менән проблемалар тыуҙыра. Башлыса радиобәйләнеш, спутник һәм радиотулҡынлы навигация ваҡытлыса эштән сығыуы ихтимал. Магнит полеһының теләһә ҡайһы тирбәлеүендә лә поляр балҡыш күренә. Ә G4 кимәле ваҡытында был балҡыш тропиктарҙа ла күренеүе ихтимал. Һеҙ был күренеште фотоға төшөрөп өлгөрҙөгөҙмө? Булһа, беҙҙең менән дә уртаҡлашығыҙ. Фото: Телеграм-каналдар.