"Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн сираттағы гуманитар ярҙамды оҙатыусылар составында барыу мөмкинлеге тыуҙы. Күптән үк үҙем теләй инем. Был мөмкинлек өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Дмитрий Глушкоға рәхмәт. Шылтыратыу алыу менән икенсе көнөндә үк мин түшәмгә тиклем кәрәкле әйберҙәр тейәлгән “ГАЗель”автомобилендә ултыра инем. Гуманитар ылау 12 фургон һәм бер нисә “ГАЗель” автомобилдәре менән оҙатылды. Луганск һәм Донецск халыҡ республикалары, Запорожье аша үттек, ярҙам барыһына ла тапшырылды. Унда һуғыш, ысын һуғыш телеканалда күрһәтелгән һуғыш түгел... Беҙҙең егеттәргә "афарин", рух төшөнкөлөгөнә бирелмәй, дәртле һәм күңеллеләр, әммә туғандары һәм яҡындары өсөн күҙҙәрендә һағыш һәм һағыныу тойғоһо һиҙелә. Үҙемдең яҡташтарҙы, гимназистарҙы, таныштарҙы һәм дуҫтарҙы күрҙем. Улар менән бергә ашаныҡ, йоҡланым, күп нәмәләр хаҡында һөйләштек. Йырҙар йырланыҡ. Барыһы ла үҙгәрҙе. Унда барыһы ла туғандар - милли тел «заморочкала