Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәгән 73 йәшлек пенсионер Фәйзрахман Егетбай улы Усманов тиҫтә йылдан ашыу ҡатыны Дамира Дамулла ҡыҙы менән Һаҡмар йылғаһы ярын, урман - туғайҙарҙы таҙалай. Уҡыуҙан буш саҡтарында ейәнсәрҙәре лә ҡушыла. Улар йыл һайын экологик өмәләр ойоштора, тирә-яҡты таҙарта. Быйыл да ул Һаҡмар буйын таҙаларға сыға. 2017 йылда тап Фәйзрахман Усмановтың инициативаһы менән "Таҙа Һаҡмар" акцияһы эстафета рәүешендә үтә һәм Әбйәлилдән Ырымбурғаса йылға яры таҙартыла. Бынан тыш, Усмановтар тау битләүен кәртәләп 400- ләп ағас ултыртып, ямғырһыҙ йәйҙә, оло йәштә булһалар ҙа, Һаҡмарҙан һыу ташып ҡойолар. Был ағаслыҡҡа улар "Йәнтөйәк" аллеяһы тип исем биргән. Быйыл тағы ла өҫтәп ағас ултыртырға ниәтләйҙәр. - Кеше шул тиклем тәртипһеҙ. 5-6 бесәй балаһын тоҡҡа һалып Һаҡмарға ташлағандар. Яр буйҙарында тоҡтар, буш шешәләр бик күп, — ти ул видеояҙмала.Бына кемдән өлгө алырға кәрәк! Афарин, Сыңғыҙ уҙаманы! Фото һәм видео: Резеда Вәлиева.