Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Марсель Нәжметдинов башҡарыуында "Кәкүк" ("Кукушка" Виктор Цой) йыры

Виктор Цойға арналған концертта Учалынан талантлы автор-башҡарыусы, һәүәҫкәр композитор Марсель Нәжметдинов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алёна Завьялова менән бергә "Кәкүк" йырын башҡарҙы. Дания Нәжметдинова Марсель Нәжметдинов өсөн Виктор Цойҙың дүртенсе йырын тәржемә иткән. Кәкүк (Кукушка)Күпме йырҙар әле яҙылмаған әйтсеӘйтсе кәкүгем,Йырла...Ҡалала йәшәргәме, ауылдамыТаш булырғамы,Янырғамы йондоҙҙайМиңә...Ҡояшым минең, ҡара һин миңәМинең ҡулым, әҙер йоҙроҡтарТоҡандыр ут, дарың булһаУттар...Кемдәр бара яңғыҙ юлдарҙанКөслө һәм ғәйрәтлеләр баштарын яуҙаҺала...Бик әҙҙәр генә аңын юғалтмайАйыҡ аҡыл, ҡаты ҡулдар менәнҠала...Ҡайҙа һин ирекле ирегем хәҙерКем менән инде,Иртән таңдар ҡаршылайһынБергә...Бик яҡшы һинең менән ҡыйын һинһеҙБаштарҙы аҫҡа эйепҠамсы аҫтына ҡуяһыңЕргә...Виктор Цой,Дания Нажметдинова тәржемәһе. Фото: vk.com/marsel1201