Ошо көндәрҙә Башҡортостанда 21 йәшлек йырсы Динар Рәхмәтуллинды ерләнеләр. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә. Бынан бер нисә көн алда уның кәүҙәһен Татарстанда, тауыш яҙҙырыу студияһында тапҡандар ине. Һуңғы ваҡытта уның күрше республикала йәшәүе һәм эшләүе билдәле. Динарҙың ҡапыл вафат булыуын социаль селтәрҙә апаһы Динара ла раҫлаған. Уның белдереүенсә, ғаилә егеттең ни сәбәпле һәләк булыуын әйтмәҫкә ҡарар иткән. Шулай уҡ ул ҡустыһының ысынлап та вафат булыуын, бының “хайп” түгеллеген әйткән. Сөнки кешеләр тәүҙә был хәбәргә ышанмаған. – Быны хайп тип яҙмағыҙ. Бындай нәмә менән шаяртмайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла дөрөҫ. Динар хәҙер юҡ, – тигән ул видеояҙмала. Йома көндө Динар Рәхмәтуллинды мосолмандар зыяратында, уның тыуған Яңауыл ҡалаһында ерләгәндәр. Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: gamebomb.ru