Бөгөн ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы уҙғарыла. Был премия “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Ҡурай ТВ” музыкаль -куңел асыу телеканалы башланғысы менән ойошторолған. Тапшырыуҙарҙың геройҙары йәнтөйәгенә хеҙмәттәре менән файҙа килтереп йәшәгән, һәләттәре менән айырылып торған төрлө һөнәр кешеләре. Иң-иңдәргә йыл һайын “Ҡурай даны” миҙалын тапшырыу матур йолаға әүерелгән. Бөгөн дә сәхнә түренә ошо наградаға лайыҡлылар саҡырылды. -Был тантаналы мәлде бер йыл буйы көттөк. " Ҡурай " каналы ул халыҡсан канал. Бер нисә йыл элек милли премиябыҙҙы булдырҙыҡ. Конкурсанттарыбыҙ араһында төрлө һөнәр эйәләре бар.Күп бала тәрбиәгә алыусы замандаштарыбыҙ ҙа һоҡландыра. Маҡсатыбыҙ - уларҙы күрһәтеү, данлау, - тине " Ҡурай" каналы етәксеһе Рита Өмөтбаева. Конкурсанттарҙың төрлө тарафтан, төрлө һәләттәргә эйә булыуына үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Мәҫәлән, Дүртөйлө ҡалаһынан Флидә Янгирова 78 йәштә булһа ла ҡул эшенән айырылғаны юҡ. "Дүртенсе класта уҡығанда тәүге тапҡыр атайыма күлдәк яҡаһы сиккәйнем. Ул ваҡытта шундай мода бар ине. Атайым оҡшатып, бик һөйөнөп шул күлдәген кейҙе. Ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныу күңелемә бала саҡтан һеңгән", тине " Ҡул оҫтаһы" номинацияһы конкурсанты. Әле сараның ҡыҙған мәле. Конкурс еңеүселәре билдәләнә. Байрам тантанаһынан тулы репортажды гәзиттә уҡырһығыҙ. Автор фотолары.