Найти тему
Башҡортостан гәзите

Азалияға уңыштар теләйек!

Яҡташыбыҙ Азалия Әминева Венесуэлала үткәрелгән V Боливариан (ALBA) ярыштарына Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында ҡатнаша. Сара Каракас ҡалаһында бара. 22 апрелдә сараны асыу тантанаһында Рәсәй командаһы милли флаг менән сыҡты. Азалия Әминева Һиндостандың Нью-Дели ҡалаһында бокс буйынса донъя чемпионатында Беларусь Республикаһынан Арина Данильчик менән алышта еңеү яулағайны. Артабан Алжирҙан Иман Хелив менән осрашып еңелеүгә дусар булғайны. Ә аҙаҡ уның трансгендер икәнлеге асыҡланғайны. Программала – спорттың 40-тан ашыу төрө. Улар иҫәбендә - еңел атлетика, бокс, футбол, баскетбол һәм башҡалар. Фото: sport.sevastopol.su