Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы төркөмө хәбәр итеүенсә, кисә ауылдың бик боронғо мәсетендә шатлыҡлы ваҡиға булып үткән. "Атайсал" проекты сиктәрендә ауылдашыбыҙ Рафаэль Ибраһим улы Исмәғилев яҡташтарын изге Ураҙа Ғәйете менән тәбрикләп мәсеткә көслө тауышлы аппаратура бүләк итте. Бүләкте ауылдың имамы Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов ҡабул итеп алды, тапшырыу тантанаһында шулай уҡ ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәле улы ла ҡатнашты. Бүләкте ҡабул итеп алғас Рәмил Сәфәрғәле улы доға уҡыны һәм Рафаэль Ибраһим улына ауылдаштарына ихлас рәхмәтен еткерҙе.Бынан һуң көслө аҙан тауыштарын йышыраҡ ишетергә яҙһын һәм ул һәр кемебеҙҙең күңеленә үтеп инеп, сафлыҡҡа, паклыҡҡа, берҙәмлеккә, тыныслыҡҡа саҡырып торһон, тип теләк теләне ошо сарала ҡатнашыусылар", -тиҙәр Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы. Фото: Түбәнге Яйыҡбай ауылы төркөмөнән.