Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге батальонынан "Эльдорадо" ҡушаматлы яугир махсус хәрби операция зонаһында Рамаҙан айын ураҙа тотоп үткәргән. "Минән тыш, тағы ла бер хеҙмәттәшебеҙ дини ғәмәлде үтәне. Ул тулыһынса тотто. Мин иһә, госпиталдә ятып сығыуым сәбәпле, тәүге аҙнала тота алманым. Шуға 22 көн килеп сыҡты. Рамаҙан айына һәр ваҡыт оло хөрмәт менән ҡараным. Ғаиләбеҙ менән электән аяттар үткәрәбеҙ, ҡорбан салыу ғәмәлдәрен үтәйбеҙ. Туғандарым араһында намаҙ уҡығандар күп. Әле 11-се класта белем алған улым да ураҙа тота, намаҙ уҡый. Бында, махсус хәрби операция биләмәһендә, Аллаһ Тәғәләгә тағы ла нығыраҡ ышанаһың. Барыһы ла - Уның ҡулында. Мин ураҙа тотмай булдыра алманым - йөрәк ҡушыуы буйынса ул. Бындағы ауыр хәлдә асығып йөрөү, әлбиттә, еңелдән түгел, әммә Аллаһҡа ышаныу барыһынан да көслө. Мин тыныс тормошта ла ураҙа тотоп ҡарағаным булды. Ләкин дүрт-биш көндән үткәрә алмай инем. Хәҙер үкенәм: сыҙамлығым етмәгәнлектән, Аллаһтың күпме сауабынан мәхрүм ҡалып йөрөгәнмен, тип. Иншаллаһ, имен-һау әйләнеп ҡайтып, Рамаҙан айҙарын барлыҡ фарыз ғәмәлдәрҙе теүәл үтәп, лайыҡлы үткәрергә яҙһын! Батальондағы хеҙмәттәштәребеҙ (ә улар - төрлө дин кешеләре) ураҙа тотоуыбыҙҙы дәррәү хупланы, ҡеүәтләп торҙо. Ғәйет көнөндә ихлас ҡотланылар. Һәммәбеҙгә лә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Барыбыҙҙы ла Аллаһ һаҡлаһын! Илебеҙ тыныс булһын", - тип хәбәр ебәрҙе яҡташыбыҙ. Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирһен! Фото: vysotarb.ru