Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәҙрәләрегеҙҙе йыуҙығыҙмы әле?

Тәҙрәләрегеҙ көлөп торһон өсөн хужабикәләргә түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәңәш итәбеҙ: Тәҙрә йыуыр өсөн елһеҙ, болотло көндө һайлағыҙ. Сөнки ҡояшта быялала таптар ҡала, елдә ул тиҙ кибә һәм уны таҙартыу ауырға төшә. Быяланы таҙартыу өсөн етен йәки фланель туҡыма яҡшыраҡ. Бер литр һыуға 2 аш ҡалағы һеркә һалынған һыу менән йыуығыҙ. 2 аш ҡалағы крахмал, бар аҙ синька, 100 мл нашатырь спирты, 100 мл аҡ һеркә, 4 литр бер аҙ йылы һыу - ошоларҙы бергә ҡушып яһалған ҡатнашманы тәҙрәне һиптереп йыуыу өсөн ҡулланғанда иң яҡшыһы һанала. Тәҙрәләр таҙарып, ялтырап ҡала. Нашатырь спирты төрлө төтөн ултырған бүлмәне йыуыр өсөн бигерәк тә яҡшы. 2 стакан һыуға 2 - 3 ҡалаҡ нашатырь спирты ҡушыла. Ә бына тәҙрәләрегеҙ оҙайлы ваҡыт таҙа килеш һаҡланһын һәм тирләмәһен өсөн глицерин һәм спирт (1:10) ҡатнашмаһы менән һөртөп алырға мөмкин. Тышҡы яҡтан быялаға саң йыйылмаһын өсөн автомагазинда һатылған "антидождь" тигән шыйыҡса менән дә эшкәртергә була. Һәр хужабикәнең үҙенә генә хас тәҙрә йыуыу серҙәре барҙыр. Бәлки, улар үҙ кәңәштәрен дә еткерер. Мәҫәлән, кемдер тәҙрәне гәзит менән таҙарта, икенселәре әҙер тәҙрә йыуыу швабраларын ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә. Ә һеҙ тәҙрәләрегеҙҙе нисек йыуаһығыҙ? Фото: oknamr.ru