Ишембай районының Скворчиха ауылы биләмәһендә йәшелләндереү буйынса өмәләрҙең әле ҡыҙған сағы. Күмәк тырышлыҡ менән Ишембай яғынан Скворчиха ауылына ингән урында Геройҙар Аллеяһы булдырылған. Был сараның 9 Май –Еңеү көнө алдынан ойошторолоуы бигерәк тә әһәмиәтле. Ауыл биләмәһе хакимиәте, китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар ойошмалары ағзалары, ағинәйҙәр тырышлығы менән 160 төп йәш үҫенте ултыртылғын. Был аллея Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, Махсус хәрби операция яугирҙәре, Рәсәй армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндәр хөрмәтенә арналған. Алаҡайҙар ҙа клуб биләмәһенә 80 төп йәш үҫентеләре ултыртҡан. Йылдар үтеү менән мәҙәниәт усағы тирә-яғына ла яңы йәм өҫтәлер. Шулай уҡ Юлдаш ауылының Бөйөк Ватан һуғышы һуғыш яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә лә бик тиҙҙән йәш ҡарағайҙар тамырланып нығынып үҫеп китер. Фото Скорчиха ауыл биләмәһе хакимиәтенән.