22 апрелдә Мәскәүҙә “Яҡташ” йәштәр мәғариф форумы старт алды. Майҙансыҡ Башҡортостандан Мәскәү вуздарында уҡыған студенттарҙы һәм аспиранттарҙы берләштерҙе. Форумда Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты, И.М. Губкин исемендәге Рәсәй технология университеты, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты вәкилдәре ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусылар менән тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук осрашты. Ведомство етәксеһе йәштәрҙең үҙ–үҙен үҫтереү өсөн федераль һәм төбәк майҙансыҡтары, “Рәсәй –мөмкинлектәр иле” платформаһының флагман проекттары менән таныштырҙы һәм студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. - Республика йәштәр сәйәсәте – ул Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә йәшәгән йәштәрҙең үҙен үҫтереү, тормошта үҙ урынын табы
