Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәпес шунда уҡ һәләк булған

Кисә көндөҙ Дәүләкән районында булған авария бик аяныслы тамамлана. Унда ни бары йәш ярымлыҡ ҡына баланың ғүмере өҙөлдө. Шуныһы аяныслы, уның башына иҫерек водитель еткән. Авария райондың Поляковка – Черниговка юлының 3-сө километрында була. ВАЗ-21099 автомобиленең 18 йәшлек водителе транспортҡа идараны юғалта һәм юлдан оса. Машина электр бағанаһына бәрелә һәм түңкәрелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, авария ваҡытында машина эсендә биш кеше ултырған. Уларҙың өсәүһе – балалар. Һәләк булған бала артҡы ултырғыстарҙа ултырған, уның махсус балалар креслоһы булмаған. Йәнә шуныһы билдәле: водитель иҫерек булған. Шулай уҡ уның водитель таныҡлығы булмаған һәм машинаһы теркәлмәгән. Урында ЮХХДИ инспекторҙары эшләгән һәм авария сәбәптәрен асыҡлаған. Фото: ЮХХДИ.