Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибайҙа Элвин Грей һәм Зәйнетдин сығыш яһай

Бөгөн Сибай ҡалаһында ҙур спорт байрамы бара. Алтынсы тапҡыр ойошторолған "Аструм Сибай ярыммарафоны"нда ҡатнашыусылар төрлө саҡрымда йүгереп, үҙҙәренең көсөн һынай. Кисә кескәй йүгереүселәр 100-400 метрҙа үҙ-ара көс һынашты. Ярыммарафонында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла спорт пакеттары бирелә, ә финишта уларҙы иҫтәлекле миҙалдар көтә. Спорт яратыусыларҙы һәм йүгерек батырҙарҙы дәртләндереү өсөн сараға махсус пейсмейкерҙар командыһы саҡырылған. Йыл һайын үткән сарала Рәсәй, Башҡортостан һәм Татарстан йондоҙҙарының сағыу сығыштары була. Бөгөн сибайҙарҙы һәм ҡала халҡын Рәсәй йырсыһы Митя Фомин, Мәскәүҙән йырсы Karina үҙенең шоу-балеты менән һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артистары- Элвин Грей, Зәйнетдин һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Мингазованың йыр-моңдары ҡыуандырасаҡ. Фото: "Аструм Сибай ярыммарафон" төркөмөнән.