Уҡыуға ғына түгел, төрлө яҡлап һәләтле уҡыусыларға бай Бәләбәй башҡорт гимназияһы. Уларҙың береһе Максим Калиниченко гимназияға уҡырға Миәкә районынан килгән. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй , Маҡсим бер нисә йыл элек үҙ аллы баянда уйнарға өйрәнгән һәм хәҙер байтаҡ көйҙәр белә. Тыуған ауылына ҡайтҡанда ла үҙенең сығышы менән концерттарҙы биҙәй. -Баянда уйнауы оҡшай. Көйҙәр ҙә яҙам, ноталар өйрәнәм. Киләсәктә үҙемде сәнғәт кешеһе итеп күрәм, -ти Максим. Йәштәр араһында баянда уйнарға өйрәнеүселәрҙе күреү бигерәк тә һөйөнөслө булды. Тимәк, гармун, баян моңо киләсәктә лә һүнмәйәсәк. Автор видеоһы.
Башҡортса ла һөйләшә, башҡорт көйҙәрен уйнай ҙа белә Максим!
23 апреля 202323 апр 2023
~1 мин