Йәшлек бар ерҙә мөхәббәт бар, һөйөү бар ерҙә яңы ғаилә тыуа. Кисә Учалыла ялға ҡайтҡан "Британец" ҡушаматлы яугир һәм уның һөйгән ҡыҙы Айгизә сәстәрен-сәскә бәйләгән. Илсе ауылы егете үҙенең һөйгәне менән алтынсы йыл дуҫлаша. Йәштәр күптән өйләнешергә ҡарар итһә лә, туйҙы кисектереп тора.Сентябрҙә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға алынған егет иҫән-һау ҡайтырға һәм өйләнергә һүҙ биргән. Ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡас, йәштәр никах уҡытып, ЗАГС-та теркәлгән."Британец" ҡушаматлы яугир Луганск республикаһында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, взвод командиры урынбаҫары. "Британец" ҡушаматын тиккә таҡмауҙарын белдергән. "Ҡайһы саҡта кәрәкмәгән урында ҡыҫылам, хеҙмәттәштәр, һин Британия разведкаһында хеҙмәт итмәнеңме, тип шаярта", - ти Учалы егете. Ҡыйыу йөрәкле яугиргә һәм уның кәләше Айгизәгә мөхәббәтле ғүмер, бәхетле тормош теләйбеҙ! Төрлө һынауҙарға юлыҡҡан һөйөүегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен! Бәхетле булығыҙ! Фото: vk.com