Яратҡан йәш йырсыларыбыҙ Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никахы тураһында хәбәр иткәйнек. Был ваҡиға уларҙың фанаттары араһында ҙур ғына ҡыҙыҡһыныу уятты һәм төрлө имеш-мимеш барлыҡҡа килде. Күптән түгел Ришат “Шәһри Ҡазан” баҫмаһына интервью биргән һәм байтаҡ ҡына һорауҙарға яуап биргән. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. – Ир ролендә нисек? – Әлегә бер нимә лә аңламаным. Никахтан һуң күңел тынысланып ҡалғандай булды. – Туйығыҙ ҡасан була? – Йәйгеһен, июндә. – Балалары һәм ҡатыны менән гастролгә йөрөгәндәргә мөнәсәбәтегеҙ ниндәй? – Һәйбәт. Афарин! Был бик ауыр. – Әлиәгә ниндәй мәһәр бүләк иттегеҙ? – Йөҙөк. – Ни өсөн Әлиәгә йырларға рөхсәт бирмәйһегеҙ? – Улай түгел, уйлап сығармағыҙ. Беҙ бергә бер йыл ғына эшләмәйбеҙ һәм бының нисек ауыр икәнлеген аңлайбыҙ. Был - икебеҙ яғынан да уйлап ҡабул ителгән ҡарар. Ул сәхнәнән китмәй, ни бары гастролдәргә генә йөрөмәйәсәк. – Ни өсөн тәҡдим менән һуҙҙығыҙ? – Минең өсөн был – бик етди аҙым. Ул бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә яһала, шуға оҙаҡҡа һуҙы