"BASH.LINGUA" - башҡорт мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә танытыу өсөн эшләнгән, Башҡортостан йәштәренең сит ил йәштәре менән практик йүнәлешле диалогы өсөн тыуҙырылған майҙан. Тәүҙә халыҡ-ара һөйләшеү клубы форматында уҙғарылған сара үҙ тарихында 200-ҙән ашыу йәш кешене берләштерҙе.2022 йылда проектҡа Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ 280 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтте. Форум өс йүнәлештә эшләй:«Этно-уңыш»«Башҡорт театры һәм кинематографы»«Проекттар механизмы»Форумда ҡатнашыусылар эксперттар, үҙ эшенең оҫталары, дәүләт эшмәкәрҙәре менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ асыҡ ижади майҙансыҡ эшләй.Форумда 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр, сит ит студенттары ҡатнаша ала.23 апрель 13:00 сәғәт"Торатау" конгресс-холыСараның эш телдәре: башҡорт, инглиз, рус телдәре.Дресс-код: милли элементлы кейем / офис стилеФорумда ҡатнашыр өсөн 22 апрелгә тиклем һылтанма аша үтеп, теркәлеү үтергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/643bd76beb61461d788e4883/Тулыраҡ мәғлүмәт: https://project7120555.tilda.ws/ сайтында.Көтөп ҡалабыҙ һеҙҙе, дуҫтар!" тип хәбәр итә "БашЛингва" йәштәре.