(Дауамы.) Зәйнәп күҙен асҡанда, эргәһендә аҡтан кейенгән шәүләләр күрҙе. “Ҡайҙа мин? Мин ҡайҙа?” – Әбей! Зәйнәп апа! Ас күҙеңде! Комала булдың! Ниңә укол ҡаҙаманың? Ә?! – Мин… – Һин инде, һин! Ҡара: мин – сестра! Күрәһеңме? – Күрәм… – Молодец! – Дим… Дим! – Бына һәйбәт! Димең дә, Айратың да эргәңдә! Бына улар! Күрәһеңме? – Күрәм… – Аллаға шөкөр! Һуҡырайҙың тип ҡурҡҡайныҡ. – Әсәй! – Ҡарлығыңҡырап сыҡты Айраттың тауышы. Ҡурҡһа, йә тулҡынланһа, гелән үҙгәрә шулай. – Өләс!.. – Ҡолонсағым… Илама… Көнө бөткән – көн дә үлгән. Илама. – А ну марш бынан! – Сестра ҡаты өндәшә. – Марш, марш! Уға борсолорға ярамай! Ни хикмәтелер Хоҙайҙың: Зәйнәп терелде. Күҙҙәре, эйе, мөсһөҙләнде. Мәгәр хәтере, иҫе дөрөҫ, зиһене яҡты. Айраты: “Нимә кәрәк?” – тип инеп-сығып йөрөй эргәһенә, Диме өләсәһенән күҙен алмай. Гел өйҙә. Гел уның янында. Гөлнараның элеккесә ҡысҡырып көлгәне ишетелмәй, кухняла тып-тып йөрөй, ашты ул бешерә. – Асыҡмайһыңмы, Дим? – тип төпсөнә Зәйнәп, ейәненең ослайыбыраҡ киткән эйәген төҫмөрләп. – Печенье-маҙар алып ҡапҡылап йөрө. Магазиндан кефир булһа ла алып эс. Аҡса, беләһең бит, тумбочкала. – Мин ас түгел, өләс. – Димдең тауышы етди, ололарса. – Әле ҡайҙа барып килдең? –Баҡсаға, унан эткә аш бирҙем. – Эткә?! Ниндәй эткә? – Бер кемдеке лә түгел. Ул юл ашаһында, ағас төбөндә йәшәй. Атай уға оя яһаны. Сирле шикелле. Әллә инде ҡарт. Тик ята. Өләс, әллә уға ла укол ҡаҙарғамы икән? – Укол? – Һин бит терелдең. Укол ҡаҙағас. – Ул бит... инсулин. Эт диабет менән сирләмәйҙер ул... Атайың... оя яһаны тиһеңме? – Эйе. Ахыры, атай уны минән алда шәйләгән. Теге беҙҙең зәңгәр туҫтаҡтан белеп ҡалдым. – Атайыңдың туҫтағынан? – Эйе. Ул эткә аш илткән дә, туҫтағы тороп ҡалған. – Туҫтаҡ... – Зәйнәп, башын күтәреп, ҡулына таянып, ҡалҡынырға итте. – Туҫтаҡ... – Мин уны кире индерҙем, өләс. Кухняла. “Атайың бала сағында башҡа сеүәтәнән ашаманы, зәңгәр туҫтағын һорап илар ине”, – тип һөйләгәйнең бит. – Эйе, эйе, хәтеремдә. Ул туҫтаҡты мин күҙ ҡараһындай һаҡланым. – Ә атай уға һалып эткә аш сығарған, етмәһә, кире алырға онотҡан. – Ашыҡҡандыр. Атаң эш кешеһе бит, балам... – Шулайҙыр. Мин дә шулай уйлайым ул. – Аҡылың күп бит һинең... – Эй, күп ти! Теге һин әйткән йомаҡтың яуабын һаман таба алмайым. – Ниндәй йомаҡтың? – Һуң... Оноттоңдамы? Теге үҙенең шәкерттәренә әтәс тотоп килтерергә ҡушҡан остаз хаҡында. – Шунан? – И-и-и... Һин онотҡанһың, ә мин баш ватам. Ул остаз әйткән бит: “Әтәстәрҙе тотҡанды бер кем дә белмәһен дә, күрмәһен дә!” – тип. Туғыҙ шәкерттең һигеҙе әтәс тотоп килтергән, ә туғыҙынсыһы, иң яратҡан уҡыусыһы, буш ҡул килгән. – Ә нигә? – Белмәйем. Бәлки, әтәс тапмағандыр? – Ә һигеҙе әләйһәң нисек тапҡан? – Бына уйлайым... – Уйла, балам. – Уйлайым. Өләс, һин әйтә торғайның бит, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер, тип. Бәлки, ул шунан ҡурҡҡандыр? Шәкерттәрҙең үҙ әтәстәре булмаған бит инде... – Булмаған. Ләкин теге һигеҙе яйын тапҡан бит, яратҡан остаздарының үтенесен үтәгән. – Аптырайым... Ә, өләс, һин үҙең беләһеңме? – Нимәне? – Яуабын. – Беләм, балам, тик яуапты һин үҙең табырға тырыш. Миңә китергә, ә һиңә – ҡалырға. Йәшәргә. Өләсәһенең комаға китеп, үлгәндән терелеүе, бер яҡтан, Дим өсөн файҙаға булды: малай хәҙер күп ваҡытын өйҙә үткәрә, китап уҡырға әүәҫләнде. Йәй уҡырға тейешлеләрҙең исемлеге лә өҫкә килеп сыҡты. Зәйнәптең бүлмәһендә телевизор бар-барлыҡҡа, Дим ҡарар ине, өләсәһенә оҡшамай. Был хаҡта малай һүҙ башлап та ҡуйҙы бер: – Өләс, ә һин ниңә телевизор ҡарарға яратмайһың ул? Кинолар күп. – Хәҙергеләр миңә оҡшамай, улым. – Ниңә? – Гел үлтереш, бандиттар. Ҡарап ултырһаң, һин дә мин йөрөгән кешеләр. Ә береһе – бандит, икенсеһе – милиция. Гел бер төрлө. Элек хеҙмәт кешеһе почетта ине, бала-саға уларҙан өлгө алды. Кино геройҙарына оҡшарға тырыштыҡ, ә хәҙер... юҡ, бөгөнгө фильмдар минең өсөн түгел. Һиңә лә кәрәге юҡ уларҙың. – Өләс, миңә бер китап кәрәк ине. – Беҙҙә юҡмы ни? – Ул яҡта... – Ә һин... шаҡы ла ин. Китаптар – беҙҙеке. – Гөлнара... – Ә һин унан ҡурҡма! Аслан бәндәнән шөрләйһе булма! Хоҙайҙан ғына ҡурҡ. Ул ғына бөтәһен дә белеүсе, ишетеүсе, күреүсе... Ә был... Йә, ярай, бар, ин. Бар, бар!.. Ейәненең ышаныслы аҙымдар менән теге яҡҡа йүнәлеүен күреүҙән Зәйнәптең тыны иркенәйҙе. Бына шулай! Үҙе ҡара тирен түгеп йыйған донъяһында ҡурҡып йәшәргә... Башта күрһәткән йомшаҡлығы өсөн үкенә хәҙер Зәйнәп. Айратының тормошо боҙолмаһын тигән булып... Кем килеп баҫып алды бит әле! Эй, донъя! Бисә ҡорған хәйлә тоҙағы. Шуны күрмәҫ, йырып сығып, үҙ һүҙен һүҙ итмәҫ ир – ир буламы? Ебегән атай тәрбиәһендә үҫкән ир бала кеше буламы? Китап тотоп сыҡҡан Дим өләсәһенә эйелде: – Айзилә миңә... алма бирҙе. – Һин дә уға берәй нәмә бүләк ит. Мәҫәлән, уйынсыҡ. – Әсәһе... – Беҙ һинең менән һөйләштек! – Эйе. Ҡурҡмаҫҡа. Хоҙайҙан башҡанан. – Һин аҡыллы бала, Дим. – Атай бөгөн эшкә машинаһыҙ китте. – Һы... әләйһәң... – Эйе, һатҡан, буғай. – Китеүҙәре ысындыр. Дим китапҡа тексәйҙе. Зәйнәп уйҙарына бикләнде. Улары Ҡотоптоң үҙе кеүек – иге лә,сиге лә күренмәй. Элек эшләне лә эшләне, хәҙер уйлай ҙа уйлай. Ярай әле эргәһендә Диме бар. Уның барлығы, балалыҡ мәшәҡәттәре, һорау-борсолоуҙары Зәйнәпте ҡабат ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Былар, тимәк, ысынлап та, китә. Айратынан бер ул хаҡта һорағайны Зәйнәп. “Эш юҡ бит, әсәй, – тине, – заводтан бер цех ҡына ҡалғайны, уныһын да ябалар”. Эйе, Гөлнара ғына сәбәп түгел икән китеүҙәренә. Түгел. Бөтә ил инәһеҙ ҡалған күс кеүек таралды. Туҡһанынсы йылдар башында бер геүләп, эш, мәҡам тотор ер эҙләп ҡайнап алғайны халыҡ. Ярай, ул саҡта сәбәбе көслө ине: сәйәсәт алмашынды. Ә хәҙер? Был Алайғыр ҡасабаһы ла, ҡуйынынан алтынын алған саҡтарҙа, гөрләп торҙо бит. Алтыны бөткәс, көнкүреш тауарҙары, йоҙаҡ етештерҙеләр. Хәҙер, ана, уныһы ла ябыла. Айратҡа китеүҙән башҡа сара юҡ. Ә юлдашы? Баланы атанан айырған ҡатын Айратына терәк була аламы? Димде… миңә ҡалдыралармы? Ошо уй тынғы бирмәй Зәйнәпкә. Нимә уйлаһа ла, килә лә Димгә терәлә. Әсәһенең ташлауын ҡайһылай ауыр кисергәйне бала. Әле лә онота алмай. Онотмаҫ та инде. Исмаһам, уныһы ҡайтып, бер күҙен күрһәтһәсе? Тереме, үлеме икәнен дә белгән юҡ. Эйе, ейәне – өләсәһенә, өләсәһе ейәненә бауыр баҫты. Зәйнәп эргәһендәге өҫтәлдә ятҡан шприцҡа күҙ ташланы: ана уның хөкөмдары, яҙмышы. Ҡаҙаһа, күпмелер йәшәр, ҡаҙамаһа – юҡ. Хәл ошоға килеп терәлгәс, бала һынлы баланы – кеше яҙмышын – үҙ өҫтөңә алып буламы? “Ә теге саҡ, – ти күңел төбөндәге бер тауыш, – теге саҡ?” Ах, ул саҡ! Ул саҡта Зәйнәп йәш, көслө, ҡыйыу ине бит! Көр, сәләмәт, таҙа ойотҡо менән ойотолған күңелле ҡыҙ бала ине ул. Ҡалаға барам, эшкә төшәм, ә кистәрен урта мәктәптә уҡырмын, аҙаҡ юғары уҡыу йортона инермен, ситтән тороп тамамлармын, тип фекер йөрөттө. Ниңә әле ул алты балалы ғаилә аҫраған ата-әсәһенә йөк булырға тейеш? Зәғиф түгел, аҡылы теүәл, уҡыу еңел бирелә. Шулай уйланы Зәйнәп һәм ҡалаға сығып китте. Унда йәшәгән бер танышының да адресын белмәгән ҡыҙ ситтәге өй эргәһендә туҡтаны. Ҙурыраҡ, буялған урыҫ ҡапҡалы йорттарға яҡын барырға баҙнат итмәне. Ә был өйҙөң тәҙрәһе асыҡ, ишек алды арлы-бирле һайғау менән генә кәртәләнгән, төптәрәк – эт ояһы. Тимәк, эт бар, ләкин өрөп сыҡҡан нәмә күренмәй. – Эй, хужалар өйҙәме? – тауыш биргәнгә яуап булмағас, ул нығыраҡ ҡысҡырҙы. – Хужалар өйҙәме? Тәҙрәнән бөҙрә сәсле ҡатын-ҡыҙ башы күренде: – Нигә ҡысҡыраһың? – Һеҙҙә… Йоҡлап сығырға рөхсәт булмаҫ микән? Ҡараңғы төшә башланы юғиһә… – Ин, ин әйҙә! Ҡысҡырып тораһың… Сафлыҡ менән даны таралған ғаиләнән сыҡҡан Зәйнәптең бындағы бысраҡлыҡ һушын алды. Нисек былай йәшәмәк кәрәк… Бәлки, сирлелер был ҡатын? – Исемең кем? – Зәйнәп. – Йөрөйһөң һағыҙ сәйнәп. Йә, ярай… Бында, ҡалала, ни йомош? – Ҡатын кире түшәгенә ауҙы. – Ә-ә-ә… Эшкә? Уның өсөн, яныҡайым, прописка кәрәк! – Прописка? – Әлбиттә! Унһыҙ – ни-ни! Үт, үт. Шунда ғына Зәйнәп төп яҡта, сепрәк-сапраҡ ташланған диванда бала йоҡлап ятҡанын күрҙе. – И-и… бәпес бар икән! – Бар… – Апай… – Гөлирә… – Гөлирә апай, сәй ҡуйып эсергә рөхсәтме ул? – Эс, тик… икмәк юҡ. – Миндә бар! Икмәк тә, май, ҡаймаҡ, күкәй ҙә! – Байһың! Ә минең баш ауырта. Һин, ҡыҙыҡай, ярай, йәшә миндә. Бер яртылыҡ ҡына аҡса бир ҙә. Мин йөрөп киләм. Гөлирә сығып китте. Сәй эсеп алғас, Зәйнәп тиҙ генә һыуға барып килде. Колонка – өй ҡаршыһында. Ярай оҙаҡ йөрөмәне – бала уянһа, йығылып төшһә, тип хафаланды. Сабый йоҡланы. Зәйнәп иҙәндәрҙе йыуып сығарҙы, кергә тотонорға әҙерләнде. Артына әйләнеп ҡараһа, бала мүкәйләп тупһа аша тышҡа сығып бара. – Уй! Ҡасан торҙоң һин? Нисек мин күрмәй ҡалдым? Малай ҙур ҡара күҙҙәрен тонйоратып Зәйнәпкә ҡараны, йылмайғандай итте. Ниндәй матур бала! Ҡыҙ бәләкәстәрҙе ярата, һеңле-ҡустыларын ғына түгел, күршеләрҙекен дә ҡараны. Ә был бала уғата һөйкөмлө! Тик бысраҡ. Ҡояшта янғанмы, әллә бер ҙә йыуынмағанмы – белерлек түгел. Кер ҡайғыһы китте Зәйнәптең, баланы ашатыр кәрәк! Әммә малай тышҡа тартылды. Зәйнәп ишекте ябыуы булды, артҡа саңҡайып илай башланы. Ахырҙа тышҡа алып сыҡты сабыйҙы. Малай, Зәйнәптең алдынан йәһәт кенә шыуып төшөп, эт ояһына атлыҡты. Унан өс-дүрт көсөк килеп сыҡты. Бала береһенең ҡолағынан тартты, сәпәкәй итте, күңеле көрәйеп, донъяһы теүәлләнде. “Ахыры был сабый улар менән шулай гел уйнай”, – тип ҡуйҙы Зәйнәп. Уныһы аңлашыла: көсөк менән уйнап үҫмәгән бала бармы? Тик был сабыйҙа уларҙан ятһыныу, ҡурҡыу, тартыныу бөтөнләй юҡ! Былай яланғас йөрөтөп булмай бит инде, берәй ыштан кейҙерәйем үҙенә тип, Зәйнәп өйгә инде. Таҙа әйбер тапмағас, йыуырға тип өйгән керҙәрен байҡаштырып, арыуыраҡ күренгән бер ыштанды алды ҡулына. Ошоно булһа ла кейҙермәһә. Кейемде алып кире тышҡа сыҡҡас, күргәне ҡыҙҙы бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы, телдән яҙҙырҙы: ояһы эргәһенә кәнтәй эт һуҙылған, ҡорһағы буйлап дүрт көсөк теҙелеп ятып имә, бишенсеһе – бала. Теге бала!.. Зәйнәп хәлһеҙ ҡулдары менән һыуға үрелде. Юҡ! Унда ни уйлағанын, ни кисергәнен Хоҙай ғына беләлер! Әммә иң ныҡ аптыратҡаны Гөлирә булды. Төндә ауа-түнә ҡайтып ингән ҡатынға күргәндәрен һөйләгәйне, тегеһе: – Уның нимәһе? Бесплатное молоко! Сука за это денег не просит! – тип яуапланы. Зәйнәп бында тағы шуға төшөндө: Гөлирә эттәргә ашты ҙур зәңгәр туҫтаҡҡа һалып бирә. Көсөктәр менән бергә улының, Айраттың, ашағанын рәхәтләнеп көлә-көлә ҡарап тора. Башта Зәйнәптең был ҡот осмалы хәлдә йәшәгәндәрҙән алыҫ-алыҫҡа ҡасҡыһы килде, ләкин аҡсаһыҙ бер ҡайҙа ла китеп булмай. Ата-әсәһе биргән йыйынсаҡ бөттө. Баланы кәнтәйҙән айырыр өсөн ашатырға кәрәк, тип уйланы. Һөт, манный ярмаһы алып, бутҡа бешерә башланы. Сабый, Айрат, ризыҡты тик теге зәңгәр туҫтаҡтан ғына ҡабул итте, башҡа һауыт булһа, ауыҙына ла алманы. Гөлирә эсте. Ҡайһы саҡ йә икмәк, йә шәкәр, картуф, һуған тотоп ҡайтты. – Баҡса утаным, бирҙеләр, – ти. Үҙе ҡыҙмаса. – Баҡсаны ниңә үҙегеҙ ултыртмайһығыҙ? Ер иркен бит, – ти Зәйнәп. – Мәрйәләргә килешһен! Кәбеҫтә ашап үҫтергән буйым юҡ! – Мин иртәгә эш эҙләп ҡарайым әле? – Эҙлә!.. Ҡара… Пожалыста!.. Юҡ, прописка һоранылар. Ошо хаҡта Гөлирәгә өндәшеп ҡарарға булды. – Пропискаға? Миңә? Өй минеке түгел. Апа Себерҙә! Ул индерҙе. Мин дә һинең кеүек бит. Һиңә рәхәт – балаң юҡ! Ә бер төндә ул ике ир эйәртеп ҡайтты. Еңел машинала. Тегеләр үҙҙәре менән бик мул итеп ризыҡ алған. Колбаса, кәтлит, билмән кеүек нәмәләр менән өҫтәл тулды. Ҡупшы-ҡупшы шешәләр ҙә уйнаҡлап килеп ултырҙы. Гөлирә шат, күңелсәк. – Уй, Азат, был тиклем алмаһаң!.. – Нисауа! Беҙ бит – сибиряк! Как-никак, БАМ строим! Первопроходцы! – Иптәшең… Харис тиһеңме? Харис, әйҙә, яҡынла! Һеҙгә хәҙер Зәйнәп билмән ҡайнатыр, ул шундай уңған! Только… ҡырағай, нецелованная! – Ха-ха-ха! – Азат Зәйнәптең ҡаршыһына килеп баҫты. – Ҡарайыҡ әле нецелованнаяны – ул нисек була икән? Зәйнәп, баланы йоҡлатырға була, төпкө бүлмәгә сыҡты. Кухняла – мәжлес. Теге Харис тигәне гармун тызҡылдата. Баланы йоҡлатам тигәнсе, ҡыҙ үҙе лә ойоп киткән. Бына кемдер уға һаҡ ҡына ҡағылды. Төш күрә ине: атаһы бесәнгә алып китергә йөрөй. Ат егеүле, ә Зәйнәптең үлеп йоҡоһо килә. – Ата-ай… – Тс-с-с-с!.. Ҡапыл һиҫкәнеп, Зәйнәп һикереп торҙо: – Һеҙ?! – Шаулама, ал Зәйнәбем, гөл Зәйнәбем, рәхәт үтһен йәйҙәрең… Кил! – Китегеҙ бынан! – Шаулама, тием бит!.. – Азат йән асыуы менән уның ауыҙын ҡапланы. – Ҡыланма, йүнле ҡыҙ бында йәшәмәй! – Ебәрегеҙ! Ҡысҡырам! – Зәйнәптең күҙе ҡапыл өҫтәлдәге бысаҡҡа төштө, ысҡынып, күҙ асып йомғансы шуны ҡулына алды. – Яҡын килеп ҡара! – Д-дура! – Азат айығып киткәндәй булды, сигенде. – Дура! Так я пошутил! Шаяртырға ла ярамай әллә?! Азат сыҡты. Зәйнәп төндө йоҡламай, бала эргәһендә бысаҡ тотҡан килеш үткәрҙе. Иртән иртүк бынан бер нигә ҡарамай китергә ҡарар итте. Оят булһа-булыр – ауылына кире ҡайтыр. Фермаға эшкә төшөр. Быҙау ҡарар. Таң беленде. Тәҙрәгә әре-һәре яҡтылыҡ яғылды. Айрат бер нәмә белмәй йоҡлай. Йылмайып ҡуя төшөндә. Көсөк туғандарын күрә, ахыры. Әлегә ул тегеләрҙең – эт, үҙенең кеше икәнен белмәй. Гөлирәгә сабыйҙың кәрәге юҡ. Уның хаҡында һүҙ сыҡһа: – Случайный ребенок. Роддомда ҡалдырырмын тип йөрөгәйнем, өйҙә тыуҙы ла ҡуйҙы. Нимә эшләргә шуның менән? Ул булмаһа, мин ошонда йәшәр инемме? – ти. – Ниңә… документы ла юҡмы? – тип аптыраны Зәйнәп. – Метрикаһы? – Ниндәй метрика? Минең пропискам юҡ, уның донъяла барлығын һис кем белмәй, берәүгә лә хәжәте юҡ! – Ул шундай… матур, һөйкөмлө. – Матур булһа, ал үҙеңә. Уйынсыҡ урынына уйнатырға! Ха-ха-ха! Тере уйынсыҡ!.. Ҡапыл ишек шығырланы. Зәйнәп һиҫкәнде, бысағының һабын ҡыҫыбыраҡ тотто. Тупһала Азат күренде. Ул үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп: “Вот сука! Харис менән мунсаға бикләнгән!.. Харис… тоже мне друг… козел паршивый…” – тип мығырҙай. Зәйнәп иртәнге яҡтыла ҡапыл ғына Айрат менән Азат араһында оҡшашлыҡты сырамытты. – Ҡуй бысағыңды! Ярай. Ҡуйма. Знаешь, кит һин бынан! Баланы ал да тай! – Пацан твой?! – Зәйнәп ни өсөн урыҫсаға күскәнен үҙе лә төшөнмәне. – Возможно. Хотя… не знаю, – Азат курткаһы кеҫәһенән төргәк сығарҙы. – Хотел отдать ей… Гөлирәгә. Күрәм: файҙаһы юҡ. Аҡса ҡалдырам, ә ул баланы кәнтәйгә һелтәй ҙә эсергә китә. Олаға! Ә һин… ал. Ал да кит, малайҙы ҡалдырма! Уезжай, сейчас же уезжай. Если судьба – я тебя найду, если не судьба – прощай. Фамилияң кем? – Аҫылғужина. Бала күтәргән Зәйнәп, урам аша үткән оло юлға сығып, тәү күренгән машинаға ҡул күтәрҙе. Ултырҙы. Ҡалғаны – яңғыҙы бала тәрбиәләгән әсәләр яҙмышы: эш, уҡытыу, баланы кейендереү, кеше араһында кәм-хур итмәү, етемлек күрһәтмәү. Эйе, Айратҡа етемлек күрһәтмәйем тип, ул кейәүгә лә сыҡманы. Ҡыҙ көйө әсә булды. Ҡыҙ-әсә булып ҡартайҙы. Шулай ҙа күңеленең ҡайһылыр ере Азатты, баланың атаһын, көттө, ейәне Дим тыуғас, көтөүҙән туҡтаны, күңелен шул сабыйға баҫты. Ә ул саҡта Азат ҡалдырған аҡса байтаҡ ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте. Ун алты йәшендә бала менән урамда ҡалған ҡыҙ ул аҡсаһыҙ ни эшләр ине? Гөлирәнең өйөнән Зәйнәп ни бары теге зәңгәр туҫтаҡты алды, сөнки Айрат башҡа һауыттан ашаманы… – Нимә хаҡында уйлайһың ул, өләс? – Ниңә, улым? – Тәрән-тәрән итеп көрһөнәһең бит… – Яҙмыш хаҡында, балам. Яҙмыш… – Китапта яҙылған кеүекме, өләс? – Юҡ, балам, китапҡа был яҙмыш инмәгән. – Яҙмыштар шулай күп буламы ни ул, өләс? – Күп. Нисә кеше йәшәй донъяла – шул саҡлы. – Береһе лә ҡабатланмаймы? – Береһе лә… – Һөйлә миңә? – Ҡайһыныһын? – Әле генә үҙең уйлап ятҡанды. – Үҙем уйлап ятҡанды? Йә, ярай, инде һөйләһәм дә булалыр, сөнки ул ҡыҙ юҡ. Булмағас, исемен атамай ғына һөйләйем, йәме? Дим өләсәһенең аяҡ остарына уҡ килеп ултырҙы. – Йә! – Ул, башын теҙҙәренә ҡуйып, өләсәһе ауыҙынан сыҡҡанды тыңларға әҙерләнде. (Дауамы. Башы – ошо һылтанмалар буйынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-04-21/aba-ta-sulpan-aripova-3229536 https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-04-21/aba-ta-sulpan-aripov.a-3229959 )