Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙамды шәхсән үҙе оҙатып барған. Был юлы хәйбуллалар яугирҙәргә "Нива" автомобиле тапшырған. Уны Ивановка ауылы фермерҙары Борис Абдуллин һәм Юрий Шигаранов һатып ала, хәрби әҙерлеккә килтереүгә эшҡыуар Луиза Абыҙгилдина ярҙам итә. Хәйбулла районы халҡы дөйөм көс менән йыйып ебәргән гуманитар ярҙамдың алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә имен-аман алып барып еткерелеүе хаҡында Рөстәм Динислам улы "Бәйләнештә" социаль селтәрендә хәбәр итә. "Яҡташтарҙың кәйефе хәрбиҙәрсә! Улар еңеү беҙҙең яҡта булырына ышана. Барыһы ла күстәнәстәр, техника өсөн рәхмәт белдерә, ҡайнар сәләм әйтә. Беҙ уларҙы ярҙамыбыҙҙан ташламаясаҡбыҙ," - тип яҙған Рөстәм Шәрипов. Афарин, хәйбуллалар! Ир-егеттәргә тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.