Хуш еҫле сирень сәскәләренең матурлығына һәм еҫенә һоҡланмаған кеше һирәктер. Матурлыҡтан тыш, уны дауаланыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Был осраҡта уның сәскәһе һәм япрағы ҡулланыла. Сирень сәскәһе фйҙалы матдәләргә бай. Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә. Сирень сәскәһе - ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында (ҡоро көндә) әҙерләнә. Улар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш әйләндереп киптерелә. Ғәҙәттәгесә һаҡлана. Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) бер стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында дүрт сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, бер аш ҡалағы эсергә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да эсергә кәңәш ителә. Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майын дарыуханаларҙан эҙ