Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әсәй өсөн һин һаман да бала...

Учалынан мәҙәниәт эшмәкәре Булат Пирғәлин һәм уның командаһы, яҡташтары, билдәле рок-йырсы Дим Ҡоләхмәтовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, уның әсәһе менән осрашып, видеояҙма төшөргән. "Дим Ҡоләхмәтовтың (Мәннән) йыллығы ла килеп етте. 2005 йылдың 22 апрель көнө беҙҙең аранан йәшләй генә киткән ине. Димдең йырҙары һаман тере. "Дәрүиш-Хан" төркөмө, юҡ булған еренән тиерлек яңынан терелеп, халыҡты ҡыуандырып концерт сығыштары менән йөрөп ята. Дим төркөмдә булған саҡтағы йырҙар ҡабат яңғырай. Был юлы беҙ Өргөн ауылына юл тоттоҡ. Димдең әсәһе Римма апай күп йылдар инде шул ауылда йәшәй. Хәл-әхүәл белешеп, сәй эсеп, фотолар ҡарап улын бергәләп иҫкә алдыҡ. Ҡулдан килгәнсә, үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән Димдең иҫтәлегенә видеояҙма эшләнек. Ҡарап алығыҙ, таратығыҙ. Дим кеүек рухлы кешеләр онотолорға тейеш түгел.Яҙмала "Дәрүиш"тәрҙең "Мин ҡыуанам" йырынан тема яңғыраны. Роза Иҙелбаева һәм Булат Пирғәлин яҙған шиғри юлдар уҡылды", - тип яҙған Булат Пиргәлин үҙенең сәхифәһендә. Фото: https://vk.com/b.pirgalin