Ошо хаҡта "Россельхознадзор"ҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Былтыр ошо уҡ осорға 51,96 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукты ситкә һатылған. Йыл башынан алып "Россельхознадзор" идаралығы хеҙмәткәрҙәре төбәктән Таможня һәм Европа союздары, БДБ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы илдәренә экспортланған 2928 партия тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттарын контролдә тотҡан. Азербайжан, Бельгия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Германия, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Нидерланд, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанға килтерелгән иген һәм уны эшкәртеү продукттарының дөйөм күләме 117,14 мең тоннанан ашыу тәшкил итә, был 2022 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 65,18 мең тоннаға күберәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан иген экспортын ике тапҡырға арттырҙы
22 апреля 202322 апр 2023
1
~1 мин