Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ниһайәт, тапшырҙылар!

Һәр кемдең торлаҡҡа хоҡуғы бар. Күптәр, иркен, яҡты, яңы йортта йәшәргә теләп, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашырға ризалаша һәм ҡайһылыр осраҡта яңылыша. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөүселәр араһында ла төрлөләре бар: намыҫлылары ла, намыҫһыҙҙары ла. Һуңғыларының ғәйебе арҡаһында әллә күпме кешенең уй-хыялы, өмөтө селпәрәмә килә. Стәрлетамаҡ районының Байраҡ ауылында “Кедр” торлаҡ комплексының дүрт йорто файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөлөш эштәрен ваҡытынан алда тамамланылар. Шулай итеп, торлаҡ комплексының һигеҙ йортон күтәреү эше тамамланды, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Һөҙөмтәлә проблемалы торлаҡ комплексы мәсьәләләре хәл ителде. Беренсе дүрт йорт былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылған. Һигеҙ ике ҡатлы йорттоң дөйөм майҙаны 4,2 мең квадрат метр тәшкил итә. Уларҙы төҙөүҙе дауам итеү тураһындағы ҡарар 2021 йылда Биләмәләр үҫеше фондының Күҙәтеү советы тарафынан ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә был 49 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙергә булышлыҡ иткән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: pravitelstvorb.ru