Найти тему
Башҡортостан гәзите

Май байрамдарында көндәр нисек торор?

Синоптиктар фаразлауынса, апрель аҙағы - май башы йылы булырға оҡшаған. Ләкин ямғырлы көндәр ҙә вәғәҙәләйҙәр. Гисметео порталы хәбәр итеүенсә, 29 апрелдә республикала көндөҙ 24 градусҡаса йылытасаҡ, болотло буласаҡ, әммә яуым-төшөм көтөлмәй. 30 апрелдә көндөҙгө сәғәттәрҙә ямғыр яуыр тип көтөлә. Һауа температураһы +16 градус тирәһендә тирбәләсәк. 1 майҙа ла яуым-төшөм фаразлана. Байрам көнөндә һауа температураһы +14 градус буласаҡ. Ә 2,3,4,5 майҙарҙа көндәр ҡояшлы һәм сағыштырмаса йылы торасаҡ. +15-17 градус көтөлә. Ямғыр яуыуы икеле. 6 майҙа матур һауа торошо күҙаллана. Көндөҙ +18, төндә +11 градус. Ә бына 7 майҙа шулай уҡ йылы, әммә ямғыр яуыу ихтималы бар. Еңеү көнөндә, 9 майҙа, һауа температураһы +11-12 градус булыр тип көтөлә. Фаразлауҙарынса, май айында һауа торошо һәм ямғырҙар ҙа ҡыуандырасаҡ. Фото: 31tv.ru/novosti