Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Туризмды үҫтереү — мөһим бурыс

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамы менән Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторолған сәнәғәт туризмы буйынса II Бөтә Рәсәй акселераторының финалында сәнәғәт туризмын үҫтереүҙең төбәк стратегияһын тәҡдим итте. Сарала Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, АСИ генераль директоры Светлана Чупшева, Рәсәй төбәктәре етәкселәре ҡатнашты. Сәнәғәт туризмы буйынса II Бөтә Рәсәй акселераторында бөтәһе 39 төбәктән 258 предприятие катнашты. Үҙ стратегияларын яҡлауға 16 төбәк рөхсәт алды. Башҡортостан командаһын Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, вице-премьер, сәнәғәт, инновациялар һәм энергетика министры Александр Шельдяев, Благовещен районы башлығы Олег Голов яҡланы. —Башҡортостандың бай тарихлы меңәр йыллыҡ тарихы бар. Уның айырылғыһыҙ өлөшө – архитектура һәм төбәктең эре сәнәғәт предприятиелары

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамы менән Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторолған сәнәғәт туризмы буйынса II Бөтә Рәсәй акселераторының финалында сәнәғәт туризмын үҫтереүҙең төбәк стратегияһын тәҡдим итте. Сарала Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, АСИ генераль директоры Светлана Чупшева, Рәсәй төбәктәре етәкселәре ҡатнашты. Сәнәғәт туризмы буйынса II Бөтә Рәсәй акселераторында бөтәһе 39 төбәктән 258 предприятие катнашты. Үҙ стратегияларын яҡлауға 16 төбәк рөхсәт алды. Башҡортостан командаһын Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, вице-премьер, сәнәғәт, инновациялар һәм энергетика министры Александр Шельдяев, Благовещен районы башлығы Олег Голов яҡланы. —Башҡортостандың бай тарихлы меңәр йыллыҡ тарихы бар. Уның айырылғыһыҙ өлөшө – архитектура һәм төбәктең эре сәнәғәт предприятиелары мираҫы. Беҙҙә республика халҡына һәм ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмәләр бар. Беренсе тау заводтары XVIII быуаттың беренсе яртыһында уҡ барлыҡҡа килгән. Уралдағы иң ҙур баҡыр иретеү заводы – бөгөн сәнәғәт туризмы объекттарының береһе, беҙ уны шулай уҡ “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһында ла әүҙем ҡулланабыҙ, - ти һөйләне Андрей Назаров. — Былтыр беҙ сәнәғәт туризмы буйынса акселераторҙа һайлап алынған 20 төбәк араһына индек. Был беҙҙең туристик йүнәлеште үҫтереүҙә беренсе аҙым булды. Стратегик башланғыстар агентлығына бирелгән мөмкинлек өсөн рәхмәт. Бөгөн республиканың һигеҙ предприятиеһы — акселераторҙа ҡатнашыусылар етештереү экскурсиялары үткәрә, ә туроператорҙар сәнәғәт предприятиеларын тәҡдимдәр теҙмәһенә индерә. Бөтәһе 20 предприятие экскурсияларҙы үҙҙәре ойоштора. 2025 йылда туристик төркөмдәрҙе ҡабул итергә әҙер предприятиелар һанын ике тапҡырға арттырырға планлаштырабыҙ, - тип асыҡланы Хөкүмәт Премьер-министры. Андрей Назаров белдереүенсә, төбәктә сәнәғәт кадрҙарына ихтыяж ҙур. Әле 50 меңдән ашыу вакансия бар. Сәнәғәт туризмының төп бурыстарының береһе – төбәктең һөнәри йүнәлеш алыуы һәм республикаға йәлеп итеүсәнлекте арттырыу. Башҡортостанда сәнәғәт туризмын үҫтереү стратегияһы эшләнгән, артабан да был йүнәлештә эш дауам ителәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.