Найти тему
Башҡортостан гәзите

Лидерҙар һайлайбыҙ!

"Рәсәй лидерҙары" конкурсы үҙ төбәгегеҙҙә һәм тотош ил кимәлендә үҙ фекерегеҙҙе белдереү, шулай уҡ идара итеү һәләттәрегеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Конкурста Рәсәй граждандары һәм идара итеү стажы ике йыл һәм унан да күберәк булған 55 йәшкә тиклемге сит ил граждандары ҡатнаша ала. Бының өсөн 14 майға тиклем leaderrussia.rf https://clck.ru/347AyE сайтында теркәлергә кәрәк. Конкурста ҡатнашыу ирекле. Төп премия — бер миллион һумлыҡ грант, уны уҡыуға, Рәсәйҙең билдәле остаздары менән осрашыу, шулай уҡ карьера буйынса консультация алыуға тотонорға мөмкин. Бынан тыш, һәр ҡатнашыусы үҙенең һөнәри компетенцияларына комплекслы баһа һәм идара итеү оҫталығын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр аласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте leaderrussia.rf https://clck.ru/347AyEсайтында алырға мөмкин.