Изге Рамаҙан айында һәр кем изге ғәмәлдәр үтәргә, яҡшы эштәр башҡарырға теләй. Белорет ҡалаһында йәшәгән башҡорт блогеры Гөлфиә Мөхәмәдинова ла йыл һайын яңы төҙөлгән иман йорттарына аҡсалата ярҙам күрһәтә. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙған. "Өлгөрҙөм! Рамаҙан айында мәсеткә тип йыйған аҡсаны тапшырҙым. Әлхәмдүлилләһ, шөкөр! Елкәнән ҙур бер йөк төштө. 170 мең һум аҡсаны Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы мәсете муллаһы ҡулына тапшырҙыҡ. Мәсеттәре төҙөлөп бөтөп, ишектәрен асып, намаҙ, аяттар уҡырға насип итһен! Ауылдарына йәм биреп, ҡыуандырып ултырһын! Ул хәтлем аҡсаны нисек йыйҙыммы? Телеграмда онлайн рәүештә ураҙа тоттоҡ. Шул ураҙа чатына керер өсөн, мәсеткә тип 400 һум ҡушырға, тигән шарты ла бар ине. Ҡыҙҙар ҡуш ҡуллап риза булды. 389 ҡатын-ҡыҙ йыйған аҡса ул. Тағы ла 7100 һумды башҡа социаль селтәрҙәге дуҫтарым күсерҙе, үҙемдән дүрт мең һум тирәһе ҡушып, шундай ҙур сумма йыйылды! Миңә ышанып килгән, мәсеткә ярҙам ҡулы һуҙған, минең менән ураҙа т