Башҡа ауыл малайҙары кеүек, игеҙәктәр Фидус менән Фәдис тә бәләкәй саҡтан техника менән мауыға, икеһе лә тракторсы- машинист һөнәрен ала. Дүртөйлө районының Иҫке Уртай мәктәбен тамамлағас, егеттәр киң профилле механизатор һөнәренә эйә булып, эшкә сума. Бына ҡырҡ йылға яҡын игеҙәк туғандар–механизаторҙар “Россия” тоҡомсолоҡ заводының үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарында ең һыҙғанып эшләй. Фидус Фәнүс улы Гәрәев йәй көнө иген йыйыу комбайнында, ә көҙөн, ҡышын һәм яҙын “Белорус МТЗ-82” тракторына күп функциялы агрегат тағып, малға аҙыҡ ташый. Фәдис Фәнүс улы йәй көнө мал аҙығы әҙерләү комбайны штурвалы артына ултыра, ә башҡа миҙгелдәрҙә трактор-тейәгес ярҙамында баҫыуҙарҙа, фермала төрлө эштәр башҡара. “Тимер аттарҙы” йүгәнләгән Гәрәевтәр йыл әйләнәһенә иңдәренә төшкән бурысты намыҫ менән үтәй, тип яҙа “Юлдаш” гәзите хәбәрселәре. Бер туғандар ғаиләле, балалар үҫтерә, шәхси хужалыҡ тота, баҡса ҡарай. Игеҙәктәрҙең, ауылдаштарының хөрмәтен тойоп, уңышҡа өлгәшеп, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Рәфил Саматов фотолары.